Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәрбиҙәр көс туплап китте

Бөгөн, 10 октябрҙә, “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙанда сираттағы тапҡыр ялға ҡайтып ял иткән хәрбиҙәрҙе кире оҙатыу тантанаһы үтте. Бында уҙған йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә киткән республиканың төрлө ҡала һәм райондарында йәшәүселәр йыйылған. Уларҙың һәр береһе өйҙәрендә берәр тапҡыр булып киткән. Кемдер әйберҙәрен тейәй, берәүҙәр оҙатырға килгән яҡындары менән аралаша. Ирҙәр күп һөйләмәй, үҙҙәрен тыныс тота, ҡараштары ышаныслы. — Беҙҙе тегендә егеттәр көтә, кире барырға ваҡыт, – тине “Спирид” ҡушаматлы хәрби. – Барыһы ла тиҙерәк еңергә һәм өйҙәренә ҡайтырға теләй. Башҡа әйтер һүҙем юҡ. Ял иттек, етте лә. Ысын ир-аттарҙы ярҙамға көтәбеҙ. – Бергә баҫһаҡ, һуғышта булғандарға яҡташтарыбыҙ һүҙ, гуманитар ярҙам ғына түгел, ә эш менән дә ярҙам итһә, тиҙерәк еңәсәкбеҙ һәм тыныс ваҡыт етәсәк, – тип ҡушыла уға “Агафон”. Егеттәр тантаналы теҙелә. Өфө хакимиәте вәкиле телмәр тота. Биш минут ваҡыт туғандары менән хушлашыу өсөн бирелә. Был ваҡытта ҡосаҡлашалар, фотоға төшәләр. Команда булыу менән егеттәр автобустарға ултыра һәм юлға сыға. Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының мобилизация бүлеге начальнигы подполковник Александр Кушаков хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе оҙатыуһан һуң фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Бөгөн ике аҙналыҡ ялы тамамланған яугирҙәр бөтә республиканан махсус операция үткәреү зонаһына хеҙмәт итеү урынына юллана. Иң мөһиме, уларға иҫән-һау, Еңеү менән өйҙәренә ҡайтырға теләйбеҙ. Уларға бөтә республика исеменән шуны теләйбеҙ! “Ватан” һүҙе мөһим булған илһөйәр ир-егеттәргә мөрәжәғәт итәм: беҙ һеҙҙе уны яҡлау өсөн контракт төҙөү өсөн һайлап алыу пункттарында көтәбеҙ. Теләгәндәрҙе күп күрәбеҙ. 18-60 йәшлектәрҙе ҡабул итәбеҙ. Әгәр 60-тан өлкән кандидаттар килә икән, улар сәләмәт, спорт кәүҙәле булһа, ҡабул итеүҙән баш тартмайҙар. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар ҙа, элек Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итмәгәндәр ҙә килешеү төҙөй ала. Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем? Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгән граждандар белешмәләр буйынса 117, Ситуацион үҙәктә 122 йәки 8 (347) 218-19-19 номеры буйынса кәңәшләшә ала. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисына мөрәжәғәт итеп йәки башбат.рф сайты аша ирекле хеҙмәткәр булырға мөмкин. Фото һәм сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите.