Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Х Халыҡ-ара театр олимпиадаһы барышында Будапешт ҡалаһында сығыш яһай. "Сәхнә спектакль күрһәтергә әҙер, декорация ҡоролдо, реквизит урынында", – тип хәбәр итә сәйәхәтселәребеҙ. Театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм актер Фәнис Рәхмәтов видеосәләм дә юлланы. Яҡташтарыбыҙға ижади уңыштар, изге сәфәр теләйек! Әйткәндәй, Венгрияла ваҡыт – беҙгә ҡарағанда өс сәғәткә артта. Һеҙ был юлдарҙы уҡып, видеоларҙы ҡарағансы, ҡәҙерле төркөмдәштәребеҙ, артистарыбыҙ Будапешт сәхнәһен бер итеп спектакль менән сығыш яһап та йөрөр, моғайын. Видеолар - гәзитебеҙ төркөмөндә: https://vk.com/gazetabashkortostan . Видеолар, фото: театрҙан.