Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Байрамға бүләк тапшырылды!

Бөгөнгө көн ваҡиғаларға бик бай булды. Шуларҙың тағы береһе – Өфөлә Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың коммуналь хеҙмәттәренә һәм пассажирҙар ташыусыларына Белоруссияла етештерелгән яңы техниканы тапшырҙы. Предприятиелар 34 автосамосвал, 15 трактор, 12 фронталь йөк тейәгестәр һәм туғыҙ троллейбус алды. – Республикабыҙҙа, Белоруссиялағы кеүек үк, байрам алдынан халыҡҡа бүләк эшләү традицияһы бар. Бөгөн дә шулай. Коммуналь техника һәм уның тулы күләмдә булыуы – ҡалабыҙҙың таҙа һәм күркәм буласағына гарантия. Бөгөнгө бүләктең үҙенсәлеге шунда: был техника беҙҙең өсөн Беларусь Республикаһында йәки Өфөлә, әммә Белоруссия яғы ҡатнашлығында эшләнгән. Тап шуға ла беҙҙең менән Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Александрович Головченко, – тине Радий Хәбиров. – Мин беләм, механизаторҙар һәм белорус техникаһы менән файҙаланғандар, уны яҡшы һәм ышаныслы, тиҙәр. Бөгөн коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һеҙҙең эшегеҙ бик мөһим – ҡала һәм ауылдарыбыҙ матур һәм уңайлы булһын өсөн күпте эшләйһегеҙ. Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Башҡортостан менән конструктив һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Беҙ етештереү кооперацияһының иҫ киткес өлгөһөн күрәбеҙ – ул “Горожанин” маркаһындағы троллейбустар. Проекттың киләсәге өмөтлө булырына ышанам. Ә бында тәҡдим ителгән иген ташыусы йөк машиналары – Минск автозаводының һуңғы асыштарының береһе. Улар уңышты эшкәртеү һәм һаҡлау майҙансыҡтарына ваҡытында илтеп бирә. Беҙгә ошондай ышаныс күрһәтеүебеҙгә бик шатбыҙ. Байрам менән! Билдәләп үтергә кәрәк, 2023 йылда республика Белоруссияла һәм Рәсәйҙә етештерелгән 208 берәмек техника аласаҡ. Уларҙы һатып алыуға республика бюджетынан 155 миллион һум бүленгән, ҡалған 2 миллиард һум 2028 йылға тиклем түләнергә тейеш. Юл-коммуналь техникаһына Әбйәлил, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡыйғы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә райондары, Өфө, Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары эйә булды. Өфө трамвай-троллейбус заводының Минск автозаводы менән кооперацияла сығарған “Горожанин” маркалы туғыҙ яңы троллейбусы Башҡортостандың баш ҡалаһында эшләйәсәк. Тағы алты троллейбус 15 октябргә тиклем барып етергә тейеш. Улар Өфөнөң иң ҙур һорау менән файҙаланған 13-сө “Белореченский” биҫтәһе – Дан бульвары” троллейбус маршрутына сығасаҡ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.