Бындай ҡарар бер минутта тыумай Әйтәйек, уҙған быуат башында илдә барған сәйәси үҙгәрештәрҙә уның абруйы күптәрҙе яңы тормошҡа өйрәнергә ярҙам иткән. Илгә һынау килгәндә лә был һөнәр эйәләре алғы сафҡа баҫҡан: Бөйөк Ватан һуғышында нисәмә уҡытыусы ҡулына аҡбур, дөрөҫөрәге, күмер урынына мылтыҡ алған. Әле лә, инде Ватаныбыҙ алдында яңы маҡсаттар, бурыстар һәм һынау килеп тыуғанда, махсус хәрби операция зонаһында яугирҙәр сафында бихисап уҡытыусыларыбыҙ иңгә-иң терәшеп дошман менән алыша. Шундай егеттәрҙең береһе Салауат Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт итә. Рушан Сәғитов былтыр Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылы мәктәбе директоры булып эшләп йөрөгән еренән үҙе теләп фронтҡа юллана. Инде бер йыл хәрби бурысын лайыҡлы үтәй, әле бына имен-аман булып, икенсе тапҡыр отпуск ялына ҡайтты – ошо мәлдән файҙаланып, уҡытыусы-яугир менән һөнәр, ватансылыҡ һәм фронт тураһында асыҡтан-асыҡ әңгәмә ҡорҙоҡ. Башта тормош юлына күҙ һалып үткәндә, сығышы менән ул – Миәкә районынан, уға бер йәш булғанда ата-әсәһе Стәрлетамаҡ районына килеп төпләнә. – Ғүмерем ошо ерҙә үтә: ошонда уҡыным, эш башланым, ғаилә ҡорҙом, – тип ҡыҫҡа ғына байҡау яһай ул тормош юлына. Районда мәктәп тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала ул, Эске эштәр министрлығында ла бер аҙ хеҙмәт юлын үтә, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында уҡыта, мәғариф бүлегендә тәжрибә туплай һәм булдыҡлы, яуаплы иргә райондың иң ҙур белем усаҡтарының береһе, ике филиалы булған, 400-ҙән ашыу балаға белем биргән мәктәпте етәкләү бурысын тапшыралар. Етәкселек эше, мәғариф өлкәһе. Ҡуйылған бурыстар ҙа, эш тә етерлек. Әммә бер көн ир ябай булмаған ҡарар ҡабул итә. “Директор башығыҙ” менән ни өсөн хәрби операцияға юлланырға булдығыҙ? Бында ла эшегеҙ яуаплы – йәш быуынға белем һәм дөрөҫ тәрбиә биреү” тигән сәйер һорау бирәм. Рушан Вәкил улы ҡапыл ғына яуабын сығарып һалмай. – Бындай ҡарар бер минутта тыуа торған уй түгел һәм бер бөртөк кенә сәбәп яугирҙәр сафына баҫырға этәрмәй – ул ниндәйҙер ваҡиғалар (шул иҫәптән шәхси) кисергәндән һуң, ҡат-ҡат уйланғандан һуң тыуған бихисап сәбәптәр сылбырынан торған ҡарар, һәм һүҙем үҙем хаҡында ғына түгел. Шуныһы ла мөһим: һин контракт төҙөү менән бер юлы ваҡиғаларҙың нәтижәһе ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, аҙағын да ҡабул итеп алаһың, – тип фәлсәфәүи тәрәнлектә башланы һүҙен уҡытыусы. – “Мин ни өсөн бында?” Махсус хәрби операция зонаһында егеттәр менән дә был мәсьәлә тураһында һөйләшкән бар. Кем ябай балта оҫтаһы булған, кем инженер, уҡытыусы, кадрҙар офицеры!.. Һәм, әйтергә кәрәк, һәр кемдең шәхси бер сәбәбе бар. Әммә шул уҡ ваҡытта, иң мөһиме, дөйөм бер сәбәп берләштерә беҙҙе – Тыуған илгә, Ватанға һөйөү, йылдар буйы үҙ телендә аралашып, үҙ мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап, үҙ тарихына тоғро ҡалып йәшәгән өсөн генә лә баҫымға, һөжүмгә дусар булған ватандаштарыбыҙға ярҙам, азат итеү! Эйе, мин уҡытыусы, тыуған еремдә йәш быуынға белем бирергә кәрәк, уҡытыусы ир-егеттәр аҙ, уҡытыусылар аҙ... Әммә шуныһын аңланым: бөгөн мин унда нығыраҡ кәрәк! Бөгөн беҙ, йәмғиәттә ниндәй роль уйнауыбыҙға ҡарамаҫтан, унда нығыраҡ кәрәк. Һәр ерҙә лә бурыс бер – Тыуған илде яҡлап, лайыҡлы киләсәк тәрбиәләү! “Егеттәрем менән йәнәш баҫам!” Һөнәре буйынса Рушан Сәғитов физик-математик булһа ла, колледжда, мәктәптә хәрби әҙерлек буйынса ла дәрестәр алып бара, егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләй. Ватансылыҡ, тыуған илде яҡлау тураһында дәрес мәлендә аҙ әйтелмәгәндер һәм, иманым камил, әйткәндәрен уҡытыусы бер көн үҙ миҫалында еткерергә тигән ҡарарға килә. Әсе, әммә иң ябай һәм шул уҡ ваҡытта ауыр һабаҡ-миҫал менән! – Мобилизация башланғас байтаҡ студенттарым хәрби сафҡа баҫты, уға тиклем дә күптәр фронт һыҙығында йөрөй ине инде. Тыуған илде һаҡларға һәм һөйөргә кәрәк тип өйрәткән егеттәрем менән йәнәшәлә булырға тейешлегем дә был ҡарарға сәбәпсе булды, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. Ҡарар ҡабул итеү бер, балам тип өҙөлөп торған ата-әсәңә, йәрем тип баҡҡан һөйгәнеңә, атай тип иркәләнер балаларыңа ла ҡарарыңды еткереү бар бит әле. Был йәһәттән, Рушан Вәкил улына еңелерәк (шулай тип әйтеү дөрөҫ булһа) тура килә, сөнки ир һүҙе бер була: был ғаиләлә аҙаҡҡы һүҙҙе ул әйткәне һәм хәл иткәне – төп ҡанун. Ата-әсәһе иһә улдарының махсус хәрби операцияға юлланасағын мәсьәлә хәл ителгәс кенә белә һәм улар ҙа үҙҙәренең Рушанға бала сағында биргән тәрбиәләренең дөрөҫ булыуына инанып, улдарының боҫоп ятыусыларҙан булмағанына, ысын ир икәненә ғорурланып, ҡарарын ҡабул итә. Һуғышта һәр һалдаттың, офицерҙың, хатта дөйөм подразделениеларҙың ҡуйылған үҙ бурысы бар. Әлбиттә, гәзит уҡыусыға ғына түгел, дошманға ла мәғлүмәт таратып, егеттәребеҙ нимә менән шөғөлләнә, ҡайһы яҡта оборона тота, дошман менән нисек осраша – был хәрби серҙе сисеү түгел әңгәмәнең маҡсаты. Шуға һүҙ һалдаттарҙың психологик торошо, урындағы йәшәйеш, йәмғиәт менән бәйләнеш тураһында күберәк урала. – Тыуған ил төшөнсәһе хаҡында йыш уйланабыҙ. Әммә ҡайһы берҙә бер секунд эсендә күргән ваҡиғалар ҙа тотош ғүмер уйланыуҙарына торошло, – тип дауам итә фронтовик-уҡытыусы. – Хәрби бурыс үтәгән урында ун йәштәр самаһындағы малайҙы күреп тә “Мин ни өсөн бында?” тигән һорауға яуап табырлыҡ ине: беҙ уны бер ауыл аша үтеп барышлай осраттыҡ. Тышта үҙәккә үтеп инерлек ҡышҡы һыуыҡ ел, ҡар-буран, ә ул малай хәрби кейем кейеп, ҡулына ағас мылтыҡ тотоп ҡапҡа төбөндә тора. Үҙенә күрә поста тора сабый! Тыуған ерен һаҡлай! Баҡтиһәң, аҙаҡ егеттәр һөйләүенсә, ул көн дә мәктәптән ҡайта ла посына баҫа икән. Был хәлгә беҙҙән күпкә алда килгәндәр ҙә шаһит булғандар... Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле! Кинәнеп аунап-тәгәрәп уйнар йөрөр урынға сабый ҡулына “ҡорал” тотоп йортон һаҡларға мәжбүр. Ошо малайҙы күреп кенә лә нацистарҙың ни тиклем урындағы халыҡты яфалағанын аңларға була, минеңсә. Ә бит малай ғына түгел, күпме ир-егет ҡулдарына ысын ҡорал алып әлегеләй һаҡҡа баҫа. Башта баҫымға ҡаршы, аҙаҡ Киев тарафынан осҡан пуля-ракеталарға ҡаршы. Шуға урында ирҙәр ҙә беҙ күргән малайға ҡайтып ҡала шул... Ысынлап та, күптәр һәләк була, ирҙәр, хатта Рушан Вәкил улы һөйләгән малайҙың тиҫтерҙәрен дә аяп тормай нацистар... Шул мәлдә үҙ ҡарарының, ил ҡарарының тырнаҡ осондай шик ҡалмаҫлыҡ хаҡ икәненә йәнә бер ҡат төшөнә уҡытыусы-яугир. Класс һәм яу яланы... Уҡытыусы уҡытыусы булып ҡала инде, ҡайҙа ла балаларға тартыла, күңелендә бала һынын йөрөтә. Хәрби бурыс үтәгән урында гуманитар ярҙам менән мәктәптәргә лә һуғыла ул, шундай уҡ тормош, иртән балаларҙы автобус барып ала, мәктәп гөрләй, дәрес бара һәм балалар таралыша. Тик... – Кеше барыһына ла күнегә икән ул. Тәү ҡарашҡа мәктәп эше бара, балалар уҡырға йөрөй, әммә ошо уҡ ваҡытта тирә-яҡта – һуғыш!.. Киев тарафынан снарядтар килеп төшә, пулялар “аҙашып” килеп сыға. Был бит бер көн килеп сыҡҡан хәл түгел, туғыҙ йыл (хәйер туғыҙ ғынамы һуң?) дауам иткән күренеш! Шуға ла күнеккәндәр ҙә инде, – ти әсенеп әңгәмәсем. Уҡытыусы тигәндән, хәрби бурыс үтәгәндә тормоштағы күп кенә деталдәр, ваҡ әйберҙәр юҡҡа сыға, ә бына был һөнәрҙең яу яланында ла тәжрибәһе ярҙам иткәне иҫбат ителгән, ошолар хаҡында ла һөйләп үтте Рушан Вәкил улы: класта, үҙеңде уйламай, дәрес мәлендә һин балалар өсөн яуаплы, бында иһә, үҙеңде аямай, тирә-яғыңдағы иптәштәрең өсөн яуап бирәһең – шул саҡта ғына дәрестәге һымаҡ һөҙөмтәләргә ирешергә була! Һәм, әлбиттә, яугир әйтмешләй, ҡайҙа ғына булһаҡ та, берҙәмлек кәрәк! Шул саҡта ғына Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! ...Ошо көндәрҙә уҡытыусы-яугир йәнә махсус хәрби операция зонаһына юллана. Рушан Вәкил улына имен булып, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын һәм, әлбиттә, тағы әллә нисәмә быуынға белем биреүен теләп ҡалабыҙ! Рушан Сәғитов әйтеүенсә, Башҡортостан батальондарында хеҙмәт итеү абруйлы ла, ышаныслы ла. “Республика ярҙамы өҙөлмәй, гуманитар ылауҙарҙың ебәргән эстәлеге лә, кешеләрҙең булышлыҡ итеү мәғәнәһе лә берҙәй ҡиммәт”, – ти яугир. Күп милләтле төбәк булған һымаҡ, хәрби подразделение ла төрлө йәштәге кешеләрҙе, төрлө һөнәр эйәләрен һәм төрлө милләт вәкилдәрен бергә туплаған. Әммә бында ла улар бер туғандай, берҙәм булып хәрби бурысын атҡара.