10 октябрҙә Өфө районында Беларусь Премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иген эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса “АМКОДОР-Ағиҙел” заводын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә урынлашҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың декабрендә Радий Хәбиров Беларусь Республикаһына сәфәре барышында “АМКОДОР” холдингы майҙансығын ҡараны һәм уның республика менән хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе. 2022 йылдың майында “АМКОДОР” компанияһының проектын “Инвестиция сәғәте”ндә хупланылар һәм сентябрҙә Роман Головченко менән Радий Хәбиров яңы завод төҙөлөшөнә старт бирҙе. Уны булдырыуға 3 миллиард һум аҡса һалынды. “Өфө” индустриаль паркы резиденты – “АМКОДОР-Ағиҙел” предприятиеһы – иген, ҡуҙаҡлы, ярма һәм май бирә торған культураларҙы урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн иген таҙартыу-йыйыу комплекстарын сығарасаҡ. Йылына 40-ҡа тиклем бындай комплекс әҙерләү планлаштырыла. Туғыҙ ай эсендә булдырылған предприятиела 500 яңы эш урыны барлыҡҡа килә. – Дәүләт башлыҡтары Александр Григорьевич Лукашенко һәм Владимир Владимирович Путин яңы производстволарҙың һәм ғөмүмән Белоруссия менән Рәсәйҙең мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тип билдәләне Роман Головченко. – Яңы предприятие өлгөһөндә беҙ бергә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтле продукция ойоштора алыуыбыҙҙы күрәбеҙ. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Новак Рәсәй һәм Беларусь кооперация бәйләнештәрен артабан нығытыу потенциалын юғары баһаланы. – Яңы производство – илебеҙ өсөн технологик суверенитетты нығытыуға өлөш индергән мөһим проект, – тине вице-премьер. – Был Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре үҫешенә булышлыҡ итеүсе сәнәғәт өлкәһендә һөҙөмтәле халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең сағыу өлгөһө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Беларусь хөкүмәттәренә проектты хуплағандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм завод коллективын производствоны асыу менән ҡотланы. – Республика көнө алдынан беҙ бына тигән заманса предприятие асабыҙ. Шуныһы мөһим: бында күп станоктар – Рәсәйҙә етештерелгән, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа ҙур иген уңышы йыябыҙ. Һәм бында сығарыласаҡ ҡорамалдар беҙҙең агросәнәғәт комплексы өсөн бик мөһим. Асыу тантанаһынан һуң Роман Головченко, Александр Новак һәм Радий Хәбиров яңы заводтың етештереү линияларын ҡараны. “АМКОДОР” белорус холдингының директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин һөйләүенсә, предприятиеның үҙенең фәнни-техник үҙәге бар. Ә был уның халыҡ-ара баҙарында конкуренцияға һәләтлеген арттыра. – Рәсәй һәм Беларусь предприятиелары бергә төҙөй, сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә яңы технологиялар эшләй ала, – тине Александр Шакутин. – Ҡулланыусыларҙа ҙур ихтыяж булған заманса продукция сығара алабыҙ. Беларусь Премьер-министры Роман Головченко, бындай берлектәге проекттар үҙҙәренең актуаллеген иҫбатланы ла инде, тип билдәләне. Мәҫәлән, Өфө трамвай-троллейбус һәм Минск автомобиль заводтары етештергән троллейбустар етештереү уңышлы үҫешә. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов ҡунаҡтарҙы 300 гектарға яҡын майҙанда “Өфө” индустриаль паркы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. – Рәсәй Хөкүмәте ярҙамы менән парк биләмәһе “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына инде, - тине Наил Ғәббәсов. - Инфраструктураны булдырыуға был майҙансыҡта 3,6 миллиард һум аҡса һалынды. Ә парк резиденттары үҙ проекттарына 10 тапҡырға күберәк инвестицияланы – 37 миллиард һум. “Өфө” индустриаль паркы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай-Подольск-Новорудная тимер юлы төҙөлөшөнөң күләмле проекты тураһында һөйләне. Ә вице-премьер – төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев республиканың сәнәғәт потенциалы хаҡында һөйләне. Ошонда уҡ ҡунаҡтар “АМКОДОР”ҙың төҙөлөш һәм юл техникаһы менән танышты. Холдинг етәкселеге планында - йыл дауамында “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙансығында тағы бер завод төҙөү. Ул грейдерҙар, бульдозерҙар, экскаваторҙар сығарасаҡ һәм 1000-дән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы проектҡа инвестициялар күләме 8 миллиард һумдан ашасаҡ. Роман Головченко, Александр Новак һәм Радий Хәбиров техника етештереү буйынса төҙөләсәк “АМКОДОР-Алға” заводының беренсе ташына үҙ ҡултамғаларын ҡуйҙы һәм уны төҙөй башларға старт бирҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.