Найти в Дзене

Өйҙән сыҡмай ғына түңәрәккә яҙыл

Башҡортостанда мәктәп һәм балалар баҡсаларының "Бәйләнештә"ге дәүләт пабликтары “Дәүләт хеҙмәттәре” аша балаларҙы түңәрәккә йәки секцияға яҙҙырыу өсөн бәләкәй ҡушымталар урынлаштыра башланы. Виджет Рәсәйҙең мәктәп һәм балалар баҡсаларының 45 мең дәүләт пабликтарында барлыҡҡа килгән. Мобиль ҡушымтаның сервисы аша уҡыусы өсөн уҡыуҙан тыш дәрес һайларға мөмкин. Мәҫәлән, баланы, еңел атлетика, бейеү, йөҙөү, компьютер моделләүе буйынса түңәрәккә йәки секцияға яҙырға була. Был хеҙмәт менән ҡулланыу өсөн “Түңәрәккә яҙылырға” тигән төймәгә баҫырға һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымтаһына күсергә кәрәк. Аҙаҡ аккаунтҡа инеп, ҡыҙыҡһындырған түңәрәкте һайларға мөмкин. Һуңынан система автоматик рәүештә файҙаланыусыны ВК социаль селтәренә ҡайтара һәм яҙыуҙы раҫлай. Дөйөм алғанда ғариза биреү бер минуттан аҙыраҡ ваҡытты ала. Башҡортостанда 1284 учреждениела яңы сервис ҡуйылған. Был иһә дөйөм мәктәп һәм балалар баҡсаларының яртыһынан күбеһе. Башҡортостандың һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдин

Башҡортостанда мәктәп һәм балалар баҡсаларының "Бәйләнештә"ге дәүләт пабликтары “Дәүләт хеҙмәттәре” аша балаларҙы түңәрәккә йәки секцияға яҙҙырыу өсөн бәләкәй ҡушымталар урынлаштыра башланы. Виджет Рәсәйҙең мәктәп һәм балалар баҡсаларының 45 мең дәүләт пабликтарында барлыҡҡа килгән. Мобиль ҡушымтаның сервисы аша уҡыусы өсөн уҡыуҙан тыш дәрес һайларға мөмкин. Мәҫәлән, баланы, еңел атлетика, бейеү, йөҙөү, компьютер моделләүе буйынса түңәрәккә йәки секцияға яҙырға була. Был хеҙмәт менән ҡулланыу өсөн “Түңәрәккә яҙылырға” тигән төймәгә баҫырға һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” ҡушымтаһына күсергә кәрәк. Аҙаҡ аккаунтҡа инеп, ҡыҙыҡһындырған түңәрәкте һайларға мөмкин. Һуңынан система автоматик рәүештә файҙаланыусыны ВК социаль селтәренә ҡайтара һәм яҙыуҙы раҫлай. Дөйөм алғанда ғариза биреү бер минуттан аҙыраҡ ваҡытты ала. Башҡортостанда 1284 учреждениела яңы сервис ҡуйылған. Был иһә дөйөм мәктәп һәм балалар баҡсаларының яртыһынан күбеһе. Башҡортостандың һанлы үҫеш министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов әйтеүенсә, "Бәйләнештә" социаль селтәре үҙенең мөмкинлектәрен киңәйтә. - Тиҙҙән баланы түңәрәккә яҙыу өсөн бәләкәй ҡушымталар барлыҡ белем биреү ойошмаларының пабликтарында барлыҡҡа киләсәк, - ти ул. Автор фотоһы.