Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Проект юғары баһа алды

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми коллективы “Башҡорт теленең машина фонды” фәнни-тикшеренеү проекты менән еңеү яуланы. Улар 2023 йылға фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостандың дәүләт премияһына тәҡдим ителгәйне. З.А. Сиражетдинов, Л.А.Боҫҡонбаева, А.Ш. Ишмөхәмәтова, Г.Г. Шәмсетдинованың берлектәге хеҙмәте юғары баһа алды. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеүселәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡорт теленең машина фонды мәғлүмәт системаһы – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүҙең ғәмәлдәге ҙур аҙымы. Был проект өҫтөндә 2006 йылдан алып эш алып барылған. Рәсәйҙә ике ошондай фонд булһа, береһе – рус теленең машина фонды, икенсеһе – башҡорт теленеке. Машина фонды – заманса киберкиңлектә башҡорт теленең һанлы тормошон тәьмин итә, был иһә ҙур әһәмиәткә эйә. Һөҙөмтәлә, ҙур күләмдә мәғлүмәт туплана, уларҙы эҙләү системаһы булдырыла, был иһә яңы лингвистик тикшеренеүҙәр процесын шәбәйтә. Проекттың етәксеһе Зиннур Сиражетдинов бөгөнгө тантананан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты: - Бөгөнгө еңеүебеҙ - эшебеҙҙең һөҙөмтәһенә ҙур баһа. Артабан да телебеҙҙе үҫтереү маҡсатында эшләү өсөн көс-ҡеүәтебеҙ ҙур. Уларҙы башҡарыу өсөн проектыбыҙҙың еңеү яулауы беҙгә этәргес бирҙе, - тине ул коллективының уңышы өсөн һөйөнөп. Фото: Өфөнөң федераль ғилми тикшеренеү үҙәгенән.