Стәрлетамаҡта үткән аҙнала интернет мутлашыусылар халыҡтың 11 миллион һумын “сәлдергән”. Унан алдағы аҙнала ҡала халҡы 6 миллион һумын "бүлгән". Урындағы полиция мутлашыу ҡорбандарының арта барыуына борсолоу белдерә, сөнки алданыусылар араһында йәштәр ҙә, төрлө халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барған ведомство, власть вәкилдәре лә бар. Ошо көндәрҙә йәнә бер енәйәт теркәлгән – урындағы 67 йәшлек медицина хеҙмәткәренә мутлашыусы “һеҙгә страховка түләүе ҡаралған” тип шылтыратҡан. Тик “түләүҙе алыр өсөн” ҡатын иҫәбендәге бөтә аҡсаһын страховка компанияһына күсерергә тейеш булған... Һөҙөмтәлә ҡаза күреүсе бер мәлдә 2,5 миллион һумынан “ҡолаҡ ҡаға”. Интернет аша мутлашыу осраҡтары тураһында әленән-әле яҙып торабыҙ, әммә халыҡ араһында һаман да алданыусылар кәмемәй. Белгестәр әйтеүенсә, бәйләнештең теге осонда бик оҫта психологтар эшләй. Шуға күрә шылтыратыу мәлендә ниндәйҙер “еңел табыш” хаҡында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ бәйләнеште өҙөргә тәҡдим итәләр. Әйткәндәй, шылтыратыуҙарҙың күбеһе Украинанан килә тигән статистика ла бар. Фото:ul.aif.ru