Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре 14 йәшлек һеңлеһен үлтереүҙә ғәйепле тип шик аҫтына алынған 21 йәшлек егетте тотҡан. Ул баш ҡала йорттарының береһендә ҡыйыҡ аҫтына йәшенгән булған. Был хаҡта республика буйынса Тәфтиш комитетында хәбәр иттеләр. Мәғлүм булыуынса, бөгөн, 10 октябрҙә, Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Азатлыҡ урамында, автомобилдә 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылғайны. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы яҙып сыҡты. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, бала быуып үлтерелгән. Енәйәт ҡылыуҙа ҡыҙыҡай менән әсә - бер, әммә аталары башҡа булған, бер ғаиләлә тәрбиәләнгән 21 йәшлек ағай кешегә шик белдерәләр. Класташтары Ю. магазинға сыҡҡан һәм юғалған тип белдерһә, ҡыҙҙың әсәһе иһә, полицияға шылтыратып, иртән баланы мәктәпкә уятыр өсөн бүлмәһенә индем, ләкин ул унда юҡ ине, тип белдергән. Бер аҙҙан иһә ҡатын ҡабаттан шылтыраттҡан һәм ҡыҙының машина багажнигында үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иткән. Ғаиләне яҡшы белеүселәр уларҙың етеш йәшәүен билдәләй һәм, бәлки, әсә ҡыҙына күберәк иғтибар бүлгәндер, ә егеткә йылылыҡ һәм мөхәббәт етмәгәндер, тип белдерә. Мәҫәлән, күптән түгел Дубайға ялға барғанында әсә ҡыҙын ғына үҙе менән алған. Ҡыҙҙың атаһы иһә егетте ғәйепләргә ашыҡмай. Ул ғаиләнән айырым, дачала йәшәнем, балалар араһындағы низағ тураһында белмәнем, тип хәбәр иткән. Фото: Мэш төркөмө (vk.com/mash)