Матур йола буйынса Республика көнө алдынан Өфөлә әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары исемдәре билдәле булды. Премия 2021 һәм 2022 йыл өсөн бирелде. Награданы бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Шулай уҡ тантанала комиссия ағзалары, билдәле йәмәғәтселр ҡатнашты. – Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге традицион премиябыҙ дәүләт һәм йәмәғәтселек тарафынан йәш таланттарҙың ҡаҙаныштарын таныуҙы сағылдыра. Был йәштәрҙең ижади башланғыстарына ярҙам итеүҙең яҡшы ысулы. Бер үк ваҡытта премия беҙҙең мәҙәни-рухи өлкәнең дөйөм торошон сағылдыра, йәштәр ижадының яңы сиктәрен асырға ярҙам итә. Республикабыҙҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектураның ни тиклем ҙур ҡеүәткә эйә булыуына беҙ йылдан-йыл нығыраҡ инанабыҙ. Шуныһы яҡшы, йәштәр ижадының күп төрлөлөгөндә сағыу әҫәрҙәр, новаторлыҡ ҡарарҙары, автор проекттары тыуа. Уларҙың күбеһе республиканың йөҙөк ҡашына әүерелә, – тине Максим Забелин. Уның әйтеүенсә, дәүләт артабан да йәштәргә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта улар йәш быуындан да ҙур әүҙемлек көтә. – Бөгөн һеҙҙең профессиональ һәм йәмәғәт өлкәһендә үҙ-үҙегеҙҙе күрһәтеү өсөн киң мөмкинлектәрегеҙ бар. Ваҡыт саҡырыуҙарына яуап бирер өсөн, даими рәүештә камиллашырға, конкурентлыҡҡа һәләтле булырға ынтылырға кәрәк. Беҙ тап йәш кешеләрҙең Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индереүе менән ғорурланабыҙ. Һеҙҙең сәнғәт өлкән быуындың ижади уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын, республика халыҡтарының күп быуатлыҡ традицияларын дауам итә. Һәр быуындың элек эшләгәндәрҙең тәжрибәһен тейешенсә баһалауы, ватансылыҡ һәм Тыуған илгә һөйөү рухында тәрбиәләнеүе мөһим. Һәләтегеҙ үҫеп килгән быуында Ватаныбыҙҙың яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, уның тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләүгә булышлыҡ итһен, – тине ул. Шулай итеп бына лауреаттар: “Триста сарматов” һәм “Пятьдесят пять историй одного толмача” шиғри йыйынтыҡтары һәм нәфис тәржемәне үҫтереү өсөн Кристина Андрианова, “Минең Ватаным – минең ерем” һынлы сәнғәт өлкәһендәге ижади проект өсөн Лиана Мкртчян һәм Резеда Таһированан торған ижади коллективҡа һәм башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалағаны һәм ҡурай милли музыка ҡоралын популярлаштырғаны өсөн Илнур Хәйруллинға. Кристина Андрианова 2001 йылдан - йыйынтыҡтарҙа, 2002 йылдан гәзиттәрҙә баҫыла. Биш шиғри китап авторы, 40-тан ашыу шиғри һәм публистик йыйынтыҡтар, унлап ғилми йыйынтыҡтар авторҙашы. Уның шиғри әҫәрҙәре Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең әҙәби журналдарында һәм гәзиттәрендә баҫылған. Ул шулай уҡ төрки һәм белорус шиғирҙарҙы тәржемә итә. Башҡортостан Яҙыусылар союзы сараларында һәм проекттарында әүҙем ҡатнаша. Төрлө премиялар, конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты һәм финалсыһы. – Филолог һәм культуролог Сергей Аверинцев әйткән: бер генә шиғырҙы тәржемә итер өсөн дә авторҙы тулыһынса аңлар кәрәк. Үҙемдән өҫтәп шуны әйтәм: уның тарихын һәм тыуған ере тарихын да аңлар кәрәк. Минең ике китабым да тарих, география, автор тыуған һәм үҫкән ер мәҙәниәте менән бәйле, – тине ул яуап һүҙендә. Лиана Мкртчян менән Резеда Таһирова - рәссамдар, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзалары, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандар. Лиананың ижади активында – 15 шәхси күргәҙмә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында, Сыуаш Республикаһында, Түбәнге Новгород өлкәһендә, Мәскәүҙә. Ул башлыса рәссам булараҡ эшләй. Резеда Таһированың инде 11 шәхси күргәҙмәһе булған. 2015 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем “Боронғо Өфө” республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында рәссам-реставратор вазифаһында эшләй. Премияға лайыҡ булған “Минең Ватаным - минең ерем” ижади проекты портрет, пейзаж, жанр-тематик композиция кеүек төрлө жанрҙарҙа 24 рәсемде үҙ эсенә ала. Лиана Мкртчян телмәре башында башҡорт телендә иҫәнләште. – Һаумыһығыҙ, хәйерле көн! Тағы бер хыялым тормошҡа ашты. 12 йыл элек Башҡортостанға күсеп килеүемә шатмын. Беҙҙең проект “Минең Ватаным – минең ерем” тип атала. Ватан ул тыуған урын ғына түгел, ә һин үҫешкән, һиңә ярҙам иткән ер ҙә. Беҙҙең республика бик күп милләттәрҙе берләштерә, – тине Лиана. – Беҙ был проект аша үҙебеҙҙең нисек тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтте яратыуыбыҙҙы күрһәтергә тырыштыҡ. Премия алыу – ҙур яуаплылыҡ. Был яңы уңыштарға этәргес, – тине Резида. Өсөнсө лауреат Илнур Хәйруллин 2013 йылдан алып Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, боронғо башҡорт көйҙәрен, классик музыка, заман авторҙарының инструменталь композицияларын башҡара. Өзләй, ҡумыҙҙа уйнай белә. Бер нисә ижади проект авторы һәм үҙен композитор булараҡ та һанай. Әлеге ваҡытта ул солист, филармонияла ҡурайсылар ансамбле етәксеһе. Күп һанлы республика, ил һәм сит илдәр премиялары лауреаты, ҙур сараларҙа ҡатнаша. 19 октябрҙә Санкт-Петербургта уның үҙ концерты үтәсәк. – Барығыҙ ҙа ҡурайҙың нимә икәнлеген беләһегеҙ. 2018 йылда Башҡортостан был ҡоралды патентланы. Мин бик күп ерҙә сығыш яһаным һәм һәр саҡ ҡурай өсөн тағы нимә эшләй алам икән тип уйланым. Әле ҡулымда инновациялы ҡурай, ул ил ҡурайы тип атала. ПВХ-нан эшләнгән, технологияһын үҙем уйлап таптым. Ошо сәнғәтте популярлаштырыу өсөн эшләнде. Бындай ҡурайҙар ныҡлы, ватылмай, еҫе сыҡмай. Оҙаҡламай улар маркетплейстарҙа килеп сығасаҡ, – тине ул. Был премия республикала 30 йылға яҡын тапшырыла. Ошо ваҡыт эсендә 94 кеше уның лауреаты булып китте. Араларында бөгөн ҙур танылыу яулаған шағирҙар, яҙыусылар, режиссерҙар, артистар, архитекторҙар бар. Артабан да йәштәргә ҙур юлдар асһын ул! Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.