Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән өс гүзәл зат махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә киткән. Был турала Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов социаль селтәрҙәр аша хәбәр итте. 48-әр йәшлек Айгөл менән Гөлназ унда шәфҡәт туташтары сифатында юлланған. 43 йәшлек Роза үҙенең хеҙмәт иткән урынын сер итеп һаҡларға булған. Ҡатын-ҡыҙҙар - доброволецтар, улар илебеҙ мәнфәғәтен һаҡларға ҡарар иткән. Тик бындай ҡатмарлы ҡарар бер мәлдә генә ҡабул ителмәгән. Айгөл әйтеүенсә, элек ул “Башҡортостан сода компанияһы"нда тейәгес водителе булып эшләгән. Махсус хәрби операция биләмәһенә ул 2022 йылдың майында уҡ китергә теләгән, тик ғаилә хәле буйынса быны эшләй алмаған. Быйыл мартта хәрби комиссариатҡа барған, тик уға рөхсәт итмәгәндәр. – Ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмайбыҙ, тинеләр. Тик мин ай һайын хәрби комиссариатҡа барҙым һәм барыһы ла килеп сыҡты, – тигән Айгөл. Гөлназ иһә тиҙерәк тыныслыҡ булыуын теләй. – Балаларыбыҙҙың киләсәге булһын, һуғыш тиҙерәк туҡтаһын тип теләйем, – ти ул. – Беҙҙең балалар бер ҡасан да сирена һәм шартлау тауыштарын ишетмәһен ине. Көслө гүзәл зат вәкилдәренә ныҡлыҡ, тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Фото: "Башинформ".