Быйыл көтмәгәндә тиҫтә йылдан ашыу көткән хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Үҙебеҙ йәшәгән ун ҡатлы йорттағы халыҡты һөйөндөргән хәбәр ысын булып сыҡты – ниһайәт, республика тарихында тәү тапҡыр 2019 йылда башланған күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы беҙгә лә килеп етте. Бындай системалы эштең республикала 8,2 мең подъезда йәшәгән халыҡҡа ҡағылыуы билдәле. Ошо осорҙа Өфөлә 2,8 мең подъезд тәртипкә килтерелгән. Йәй буйы эңер төшкәнсегә тиклем подъезда эш ҡайнаны. Йортобоҙҙағы эш сифатына һүҙ тейҙерерлек түгел, тамбур ишектәре, тәҙрәләр, почта йәшниктәре алмаштырылды, тәүге ҡаттағы иҙәнгә керамик плиткалар түшәлде, түшәмдәр ағартылды, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылды, ә стеналарҙы матур итеп биҙәкләү барбыҙҙың күңеленә хуш килде. Һәр подъезд халҡы уларҙы буяу өсөн үҙҙәре теләгән төҫтө һайланы. Зәңгәр күк төҫөндәге стеналар барыбыҙҙың кәйефен күтәрә хәҙер. Бығаса фатирын алыштырыу уйы менән янып йөрөгән күршем дә хәҙер икеләнә, ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып яңырған подъезды ташлап киткеһе килмәй. Тик шуныһы бер аҙ һағайта: 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотоноп, ҙур ойоштороу, ремонт эштәре башҡарылған хеҙмәтте йортта йәшәүселәрҙең барыһы ла баһалармы, матурлыҡты оҙаҡ йылдарға етерлек итеп һаҡлай алырмы – быныһы инде икенсе мөһим мәсьәлә. Программаға ярашлы, быйыл сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәгән һигеҙ йорттағы туғыҙ подъезды пандустар менән тәьмин итергә тейештәр Быныһы ла күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Эш бюджет средстволары иҫәбенә башҡарыла, 90 процентын республика бюджеты бүлһә, ун проценты муниципалитеттар – бюджетынан. Быйыл 276 йортта йәшәгән 33 меңдән ашыу кеше таҙа, зауыҡ менән ремонтланған подъездарҙың сифатын баһалаясаҡ. Был маҡсатҡа 744,4 миллион һум аҡса бүленде, тип хәбәр итә капиталь ремонт регоператоры. 2010 йылдан 2018 йылға тиклем республикала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү урыҡ-һурыҡ, башлыса муниципалитеттар көсө менән алып барылды. 2019 йылдан уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу буйынса уйланылған, планлы эштәр башҡарылыуы, Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнашыу ҙур һөҙөмтә бирҙе. Ил күләмендә үҙенсәлеклеге, һөҙөмтәлеге менән айырылып торған “Башҡорт ихаталары” программаһының эш башлауы байтаҡ мәсьәләләрҙе бер юлы хәл итергә, ихаталарға асфальт һалыуҙан, уйын майҙандарын резина япмалар менән ҡаплауҙан алып, видеокүҙәтеү системаһын монтажлауға тиклем байтаҡ эштәрҙе теүәлләргә ярҙам итте. Биш йыл эсендә республикала 1326 ихата төҙөкләндерелгән һәм был эш артабан да дауам иттерелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ. . “Башҡорт ихаталары” программаһының нисек тормошҡа ашырылыуын байтаҡ район үҙәктәрендә үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, халыҡ менән аралашып, уның фатир хужалары өсөн ниндәй әһәмиәтле эш булыуына инандыҡ. Илеш районына юл төшкәндә нәҡ ошо программаның ғәмәлгә ашырылыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ, кешеләрҙең мөнәсәбәтен белештек. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Альберт улы Рамазанов ҙур теләк менән һуңғы йылдарҙағы төҙөкләндереүҙәге үҙгәрештәр менән таныштырҙы. –Мин был мәсьәләне йыл буйы тигәндәй өйрәндем, аҡсаны бушҡа бирмәйҙәр бит, уны бары перспективалы, отошло проекттарға һалырға мөмкин. 2021 йылда башлап та, пандемия арҡаһында еренә еткерелеп бөтмәгән төҙөкләндереү эшенә яңынан тотонорға тура килде. Ике ҡатлы 12 йорт ихатаһын төҙөкләндереү өсөн смета төҙөргә, план ҡорорға, проектын раҫларға кәрәк. Хоҙайбирҙин урамына асфальт һалыу эше киңәйтелде, яҡтыртыу, видеокамера системалары ҡуйылды, күп функциялы уйын майҙаны булдырылды. Кем теләй, баскетбол, футбол уйнай, кемдер – волейбол... Балалар өсөн ике уйын майҙансығы бар. Был үҙенсәлекле ”Башҡорт ихаталары” проекты менән беҙ ғорурланырға ғына тейешбеҙ. Өҫтәүенә йорттарҙың яланғас стеналарын муралдар биҙәйәсәк, рәссамдарыбыҙҙың фантазияһы сикһеҙ, улар ниндәй һүрәттәр төшөрөргә, халыҡтың иғтибарын нисек яуларға белә. Үрге Йәркәйҙең Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге урамы төҙөклөгө, ҡупшы эскәмйәләре менән әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. “Элек был йорттар араһында бушлыҡ ине. Хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, хатта машиналар өсөн туҡталҡа, кер элеү өсөн урын да эшләнеләр, бик уңайлы, – ти һөйөнөсө менән уртаҡлашты ошо йорттарҙың береһендә йәшәгән Надежда.– Йәшеллек тә етерлек, ә балалар өсөн “самолеттан” тау шыуыу нисек күңелле!” –Ихатала ҙур төҙөкләндереү эше барыу менән бергә, ағастарҙы һаҡлап ҡала алыуыбыҙ менән ҡәнәғәтмен. Урамдың һәр квадрат метры файҙалы, уңайлы булырға тейеш. Халыҡ быны яҡшы тоя, рәхмәт белдерә, – ти подрядсы ойошма вәкиле Александр Бабич. Төҙөлөш эштәре барған ерҙә тормош гөрләп дауам итә. “Быйыл райондың өс мәктәбе яңыртылғандан һуң ҙур дәрт менән яңы уҡыу йылына аяҡ баҫты. Федераль кимәлдәге “Орленок” лагеры капиталь ремонттан һуң заманса уҡыу әсбаптары, робот техникаһы, ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Ул йыл әйләнәһенә балаларҙы ҡабул итәсәк”,– тип һөйөнөсө менән уртаҡлашаТимур Альберт улы. .Ерҙе йәмләп, матурлыҡ ижад итеү ырыҫ ҡотон арттырыр, халыҡтың йәшәүгә ынтылышын көсәйтер. Тормош шартарын уңайлыраҡ, еңелерәк, гүзәлерәк итеүгә йүнәлтелгән программалар, проекттар тап ошо маҡсатҡа булышлыҡ итә лә инде. Динә Арыҫланова. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Муралдар төшөрөү оҫталары Рөстәм Саттаров менән Ленар Ғәлләмов. Тимур Рамазанов һәм Александр Бабич кәңәшләшеп эшләргә күнеккән. Балалар уйын майҙанын үҙ итте. Күнекмәләр өсөн уңайлыҡтар етерлек