Бөгөн, 10 октябрҙә, Башҡортостанда ҡот осҡос яңылыҡ мәғлүм булды: Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Азатлыҡ урамында, автомобилдә 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылған. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, бала быуып үлтерелгән. Әле енәйәт ҡылыуҙа ҡыҙҙың ҡан туған булмаған, әммә бер ғаиләлә тәрбиәләнгән 21 йәшлек ағаһы А.-ға шик белдерәләр. Әле уны полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр эҙләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә аныҡ мәғлүмәттәр аҙ. Класташтары Ю. магазинға сыҡҡан һәм юғалған тип белдерһә, ҡыҙҙың әсәһе иһә, полицияға шылтыратып, иртән баланы мәктәпкә уятыр өсөн бүлмәһенә индем, ләкин ул унда юҡ ине, тип белдергән. Бер аҙҙан иһә ҡатын ҡабаттан шылтыраттҡан һәм ҡыҙының машина багажнигында үле килеш табылыуы тураһында хәбәр иткән. Ни өсөн тәүге шик А.-ға төшкән, ысынлап та, егеттең енәйәткә ҡатнашы бармы - әлегә билдәһеҙ. Барлыҡ фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Ҡыҙҙың класташтары уның бер ваҡытта ла үҙенең ҡәрҙәшенә зарланмауын белдерә, ул ғына түгел, ағаһы булыуын да белмәгәндәр. Ҡыҙҙы бөтәһе лә алсаҡ, ихлас, әүҙем ине, тип билдәләй. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм енәйәтсе тейешле язаһын алыр, тип ышанабыҙ. Фото: “Комсомольская правда” (www.ufa.kp.ru/daily/27566/4835031/)