Найти тему
Башҡортостан гәзите

Байрамда поликлиникалар нисек эшләй?

Иртәгә - 11 октябрҙә Республика көнөн билдәләйбеҙ. Байрам көнөндә медицина учреждениелары сәғәт 8-ҙән 17.00 сәғәткә тиклем эшләй. 16.00 сәғәткә тиклем кисектергеһеҙ ярҙам саҡыртырға мөмкин. Киҙеүҙән вакцина яһатыуҙы, эш графигына ярашлы, сәғәт 8.00-дән 17.00 сәғәткә тиклем поликлиникаларҙа, шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ауыл табиплыҡ амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында үтергә мөмкин. “Башфармация” дарыуханалары шәмбе графигы буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Медицина ойошмаларында халыҡты стационарҙа дауалау һәм ашығыс һәм планлы медицина ярҙамын тәьмин итеү өсөн койкалар резервы булдырылған. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.