«Алтын көҙ-2023» XXV Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе барышында тармаҡ конкурстары үтте. «Башҡортостан продукты» проекты ил кимәлендә алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булды. - Юғары сифатлы аҙыҡ-түлек продукцияһы етештергәне өсөн «Мәләүез һөт-консерва заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте - алтын, ә шәхси эшҡыуар Надежда Дәүләтова балалар өсөн етештерелгән ит аҙыҡтары һәм сәк-сәк өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар яуланы, — тип һөйләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. Конкурс Рәсәй баҙарында сифатлы аҙыҡ-түлек продукттарын эшкәртеү һәм һаҡлауҙың заманса инновацион технологияларын, аҙыҡ-түлек продукттарын һанлаштырыу һәм хәүефһеҙлек ысулдарын индереү, уларҙы һынау һәм маркировкалау аша сит илдәр баҙарына сығарыу маҡсатын күҙ уңында тота. "Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт бюджет учреждениеһы "Ауыл хужалығындағы яңылыҡтарҙы уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн" номинацияһында алтын наградаға лайыҡ булды. Был конкурстың маҡсаты — агросәнәғәт тармағы ойошмаларына инновациялар индереүгә булышлыҡ итеү; ауыл хужалығы етештереүселәренең инновацион эшмәкәрлеген дәртләндереү, ауыл хужалығы өлкәһендә инновацион эшмәкәрлек алып барған ойошмаларҙы идентификациялау һәм тәьмин итеү. Беҙҙең республиканан «Алтын көҙ-2023» күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар йәмғеһе 80 төрлө номинацияға лайыҡ булды. Фото: Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.