III Халыҡ-ара финанс хәүефһеҙлеге буйынса олимпиада тамамланды. Быйыл сарала 19 илдән 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Рәсәй Президенты Владимир Путин ярҙамында үткәрелгән олимпиада шәхси йәки дәүләт аҡсаһын һаҡлауҙың заман ысулдары тураһындағы белемде популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Үткән йылдарҙағы кеүек, олимпиаданың финалы “Сириус” федераль биләмәһендә үткәрелде. 2 – 6 октябрҙә финалда ҡатнашыусылар олимпиада мәсьәләләрен генә сисеп ҡалманы, 60-тан ашыу мәғариф, спорт һәм мәҙәни саранан торған бай программала ла ҡатнашты. “Тиңдәрсә һөйләшеү” пленар сессияһында сарала ҡатнашыусылар менән Рәсәй Президенты Владимир Путин да аралашты. Ул олимпиаданы үткәреүҙең мөһимлеге тураһында белдерҙе. “Һиҙгер өлкәлә халыҡ-ара аралашыуҙың, мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙең, дуҫлыҡ, партнерлыҡ бәйләнештәрен булдырыуҙың бындай практикаһы, һис һүҙһеҙ, мөһим – бигерәк тә әлеге, йылдан-йыл финанс хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк, ҡатмарлы һәм комплекслы була барған ваҡытта, һис арттырыуһыҙ, масштаблы мә