Республикабыҙҙа 22 меңдән ашыу кеше Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Бөтә Рәсәй байрамы “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә Рәсәйҙең Олимпия комитеты булышлығында уҙҙы. Республикала ҙур сараны уҙғарыуҙың төп майҙаны итеп йәнә Өфө һайланды. 7 октябрҙә Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында биш меңдән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары менән бергә күл тирәләй йәйәү йөрөнө. Маршруттың оҙонлоғо теүәл 2023 метр тәшкил итте. Йәйәү йөрөү көнөн асыу тантанаһында Рәсәй Олимпия комитетының генераль директоры Владимир Сенглеев, Рәсәй Олимпия комитетының генераль секретары Родион Плитухин, Паралимпия уйындарының 13 тапҡыр чемпионы Рима Баталова ҡатнашты. Шулай уҡ сарала билдәле олимпсылар – Давид Мусульбес, Хаджимурад Магомедов, Юрий Захаревич, Алексей Фросин, Павел Пинигин, Ирина Привалова, Сергей Фокичев, Роман Егоров, Екатерина Абрамова, Ирина Караваева ҡатнашты. “Төп бурысыбыҙ – сп