Республиканың иң эре предприятиеларының береһе – “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең 200-ҙән ашыу хеҙмәткәре “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында ҡатнашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Курчатов биҫтәһендә 500-гә яҡын пирамида кеүек тирәк һәм шыршы ултыртылды. Сара “Экология” милли проекты сиктәрендә үтте, уның төп йүнәлештәренең береһе булып экологик мәҙәниәт кимәлен һәм граждандарҙың яуаплылығын күтәреү тора. Акцияла предприятие ветерандары, почетлы химиктар, предприятиеның йәштәр лидерҙары, профсоюз комитеты вәкилдәре, спортсылар һәм компанияның ирекмәндәр корпусы ҡатнашты. Пирамидаль тирәктәр һәм шыршылар осраҡлы һайланмаған. Улар иң күп кислород бүлеп сығара, углекислый газды йота һәм саңды йолоп ала. – Ҡалала уңайлы экологик хәл булдырыу – “Башҡортостан сода компанияһы” экостратегияһының бер өлөшө. Шуға күрә йәнә “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһына ҡушылырға һәм йәнә бер аллея ултыртырға булдыҡ, был юлы беҙҙең производстволар эргәһендә, – тип һөйләй Башҡортостан сода компанияһының персонал менән идара итеү һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Владимир Ануфриев. Билдәле булыуынса, “Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.