Йомағужа һыуһаҡлағысында Ырымбурҙан килгән балыҡсылар йөҙөп барған айыуҙы осратыуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Кәмәләге ирҙәрҙең ҡайһы берҙәре шөрләгәнен йәшермәй, шул уҡ ваҡытта балыҡсыларҙың береһе кәмәне айыуға яҡын алып бара. "Тайыш табан" көтөлмәгән осрашыуҙан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарай - ярға сығыу менән урманға инеп ҡаса. Әлбиттә, балыҡсылар бындай осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡала. Тик ниңә ул айыуға яҡын баралар икән? Уларҙың һыуҙа хәлһеҙ хәлдә йөҙгән айыуҙы артынан эҙәрлекләп барыуы дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, ҡайһы бер водителдәр юлға килеп сыҡҡан хайуандарҙы машинала эҙәрлекләй, артынан шәп булып ҡыуып бара. Был дөрөҫ аҙым түгел. Ҡырағай хайуандарҙы осратҡан саҡта, уларҙы йә урап үтергә, йә юлдан сыҡҡанын көтөргә кәрәк. Айыуҙы кәзекәләйҙәр ҙә, һуңынан берәй хәл булһа, "тайыш табан"ды ғәйепләйҙәр. Фото: скриншот.