Был донъя торғаны бер мөғжизә инде. Хәйбулла районының Вәлит ауылы эргәһендә октябрь айында умырзаялар сәскә атҡан. Был хаҡта “Бәйләнештә” селтәрендәге битендә Миләүшә Аслаева хәбәр итә, фактты иҫбатлаған фотолар ҙа һалған. Көҙҙөң йылы килеүе, сыуаҡ көндәрҙең күп булыуы тәбиғәтте уянырға мәжбүр иткәндер. Ҡайҙалыр емеш ағастары, “хаталанып” китеп, яңынан сәскә ата, ә бына Хәйбулла районында ҡар ирегәнен дә көтөп тормай яҙын баш ҡалҡытыусы умырзаялар миҙгелде бутаған, күрәһең. Күк умырзая – лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Утыҙҙан ашыу төрө билдәле. Составында сапониндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Фото: VK.com