2023-2024 йылдарҙа туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн Башҡортостан федераль грант ярҙамының рекордлы күләмен – 1,5 миллиард һум самаһын йәлеп итә. Был күрһәткес буйынса республика - Рәсәй төбәктәре араһында лидер. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ошо хаҡта һөйләне. 2023 йылдың һигеҙ айында Башҡортостанға туристар ағымы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 31,2 процентҡа артҡан һәм 1,7 миллион сәфәр тәшкил иткән. Был Волга буйы федераль округында – икенсе, илдә 12-се урын. Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, туристарҙы йәлеп иткән республиканың уникаль тәбиғәт үҙенсәлектәре менән бер рәттән министрлыҡ тейешле инфраструктура булдырыу өҫтөндә лә эш алып бара. Федераль гранттар өс йүнәлеш буйынса бүленә. Мәҫәлән, модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға 930,6 миллион һум бүлгәндәр. Ошо суммаға 25 муниципаль берәмектә 58 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Киләһе йүнәлеш – “Туризм һәм ҡунаҡсыллы