“Башфармация” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса “Офис процестары фабрикаһы” уҡыу майҙансығында белем алды. Был хаҡта республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр иттеләр. “Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай күнекмәләрҙән һуң хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталыҡ кимәле генә күтәрелеп ҡалмай, ә коллектив предприятие эшмәкәрлегенә нығыраҡ йәлеп ителә һәм яҡшы үҙгәрештәргә илтә. Бөгөнгө көнгә, милли проект сиктәрендә, „Башфармация“ла ағымдағы хәлгә анализ үткәрелде, проблемалар, етештереү буйынса эталон биләмәһе билдәләнде”, — тине төбәк компетенциялар үҙәге тренеры Александр Кукушкин. “Башфармация” бөгөн дарыуҙарҙы һәм башҡа медицина тауарҙарын күмәртәләп һәм ваҡлап һатыуға нығыраҡ махсуслаша. Эксперттар льготалы дарыуҙарҙы ҡабул итеү һәм оҙатыу эшмәкәрлеген яҡшыртырға ярҙам итә. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәрҙең һәм документтарҙың күсенеү ваҡыты күпкә кәметелде. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность тр