Редакциябыҙҙың һәләтле рәссам-биҙәүсеһе Нәсих Хәлисов бик оҫта балыҡсы ла. Был хаҡта яҙғаныбыҙ бар. Ошо ял көндәрен ул йәнә Ағиҙел йылғаһы буйында үткәргән һәм 5 килограмға яҡын ағасаҡ балығын тотҡан. - Фотолағы балыҡ – 4,6 килограмлыҡ ағасаҡ! Ҡармаҡҡа ҙур балыҡ эләгеүен шунда уҡ аңланым. Тик ниңәлер ул һыуҙа туламаны. Быға тиклем бер нисә балыҡсының ҡармағынан ысҡынғанлығын ауыҙының йыртылған ерҙәренән аңланым. Бындай ҙур балыҡты тәүгә тотмайым. Уны ҡурһаң, тәмле була. Ҡай ваҡыт кәтлит тә эшләйбеҙ, - ти Нәсих Хәлисов. Көҙ осоронда ағасаҡ ҡышҡылыҡҡа май йыя. Шуға ҡар яуғансы балыҡ әле һәйбәт эләгәсәк, тип кәңәш итә оҫта балыҡсы. Фото Нәсих Хәлисовтың шәхси альбомынан алынды.