9 – 15 ноябрҙә Психик сәләмәтлекте һаҡлау аҙналығы үткәрелә. Ул 10 октябрҙә билдәләнгән Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө айҡанлы ойошторола. Психик сәләмәт булыу – һаулыҡ йәһәтенән төрлө тайпылыштар ғына түгел, именлек хәле лә, йәғни кеше төрлө көсөргәнешле хәлдәргә ҡаршы тора, һөҙөмтәле эшләй ала. Физик һәм психик сәләмәтлеккә ябай ғына ысулдар менән ыңғай йоғонто яһарға мөмкин: бының өсөн зыянлы ғәҙәттәрҙән ҡотолорға, дөрөҫ туҡланырға, һыу балансын һаҡларға, ыңғай фекер йөрөтөргә кәрәк. Әгәр ҙә көсөргәнешле хәлдән үҙегеҙ “сыға алмаһағыҙ”, белгескә мөрәжәғәт итегеҙ. Алкоголле эсемлектәрҙе файҙаланыу үлем, сир һәм енәйәт сәбәбенә әйләнергә мөмкин. Спиртлы эсемлектәр нерв системаһын ҡаҡшата. Тәүге этаптарҙа барлыҡҡа килгән эйфория үҙәк нерв системаһының ҡаҡшау сәбәбенә әйләнергә мөмкин. Көсөргәнешле эш режимы, көнкүрештәге проблемалар, наркоманлыҡ, алкоголизм һәм башҡалар кеше психикаһын юҡҡа сығара. Әйткәндәй, был сир эшкә һәләтлелекте юғалтыу сәбәптәре араһында бишенсе урынды биләй.