IQ паркта, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында, тәү сиратта Өфө фән һәм технологиялар университетының молекуляр биоинженерия лабораторияһы эш башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта унда большеголовник тамырҙарының тиҙ үҫеү үҙенсәлектәре өйрәнелә. Ул биологик актив матдәгә биологик анализ үткәреү өсөн кәрәк. Был тәжрибәне университеттың Тәбиғәт һәм кеше институты аспиранты Ирина Рәхмәтуллина молекуляр биоинженерия лабораторияһы етәксеһе, профессор Булат Ҡолоев етәкселегендә үткәрә. Үҫемлектәр биоинженерияһы ҡыҫҡа ваҡытта файҙалы сифаттарға эйә культураларҙың яңы төрҙәрен һәм сорттарын барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә. Заманса IQ парктағы лабораториялар Башҡортостанда биоинженерияның үҫеүенә етди этәргес булыр һәм һәләтле йәштәрҙе йәлеп итер. https://vk.com/bashkortostan_gov
Студенттар кампусында тәү сиратта молекуляр биоинженерия лабораторияһы урын аласаҡ
9 октября 20239 окт 2023
~1 мин