Бөгөн төбәк Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк иҡтисадының төрлө тармаҡтарында, предприятиеларҙа, ойошма һәм учреждениеларҙа эшләгән 61 кешенең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Төбәк етәксеһе шулай уҡ 2023 йылда Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаттарына, “Башҡортостандың хеҙмәт династиялары” республика конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарына дипломдар тапшырҙы. – Бөгөн төп байрамыбыҙ – Республика көнө алдынан беҙ оло ихтирам менән юғары дәүләт наградаларын тапшырабыҙ. Был залда төрлө һөнәр эйәләре: ғалимдар, табиптар, уйлап табыусылар, энергетиктар, төҙөүселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, юристар, күренекле идарасылар йыйылған. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә Башҡортостан уңышлы үҫешә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығыта. Ышаныс менән алға ҡарай, – тине ул. – Беҙ сәнәғәтселәребеҙҙең һәм аграрийҙарҙың юғары һөҙөмтәләренә