Бөгөн Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, публицист, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына - 127 йыл. Билдәле дәүләт эшмәкәренең тормош юлы әле тулыһынса өйрәнеп бөтөлмәгән. Был йәһәттән Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы тос өлөш индерә. Быйыл ул реконструкцияланғандан һуң ишектәрен асты. Уны асыу тантанаһында билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, яҙыусылар ҡатнашты. Шул сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошона ҡағылышлы ваҡиға хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты. – Мин 80-се йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетында эшләгән саҡта, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакиров Хөкүмәт йорто алдында ерләнгән шәхестәрҙең ҡәберҙәрен ипкә килтертте. Унда Мәжит Ғафури, Андрей Ермолаев, Шәһит Хоҙайбирҙин да төрлө урында ерләнгәйне бит. Был эш оҙаҡ барҙы – ике йыл. Шәһит Хоҙайбирҙиндың һөлдәһен табыуы бик ауыр булды, сөнки уның бәләкәй генә ҡәберендәге һәйкәле аҫтында кәүҙәһе булмай сыҡты, ситкә ҡуйғандар. Шунан беҙ Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы Тамара Шәһит ҡыҙын саҡырҙыҡ. Ул килде лә: “Беҙ гел шунда сәскә һалып йөрөйбөҙ”, – тине. Металл эҙләгес менән эргә-тирәһендә табып булмай, аҫта бер нәмә лә юҡ. Металл эҙләгес бер аҙ ситтәрәк тапты. Уның кителендә патрон ҡуя торған урындары булған. Шул кейеме буйынса табылды. Ағас табутта ерләнгәйне. Ана шул кителенең патронташтары һаҡланған. Шуны күреп, Тамара Шәһит ҡыҙы: “Бына бит атайымдың кителе”, – тип илап ебәрҙе... Белгән инде, таныған. Шунан һөлдәһен йыйып алып, бәләкәй генә саркофагка һалдыҡ. Әлеге урында тәртип буйынса беренсе булып Шәһит Хоҙайбирҙин ята, һуңынан Андрей Ермолаев һәм Мәжит Ғафури. Гранит таштан һәйкәлдәр ҡуйылды. Миҙхәт Закир улы ул ергә алты урын эшләтте, шуның өсәүһенә генә ерләнде. Ошо хаҡта яҙылған ҡуйын дәфтәрем бар, уның күсермәһен музейға бүләк итәсәкмен. Унда кемдең ҡайҙа ерләнгәне номер менән билдәләнгән, – тип иҫтәлектәрен уртаҡлашты Ҡәҙим Аралбаев. Башҡорт халҡының билдәле улы 1896 йылдың 9 октябрендә Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе (элекке исеме Бесәнсе) ауылында тыуған. Ул рус-башҡорт башланғыс мәктәбендә уҡый. Артабан белем алыу теләге көслө була, шуға ла 13 йәшендә Ырымбурға юллана. Унда 1909 – 1914 йылдарҙа “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә белем ала. Беренсе донъя һуғышы башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, һуғышҡа китә. 1916 йылда яраланғас, Башҡортостанға ҡайта. 1917 йылда ул Өфөлә була һәм һалдаттар араһында агитация эшен алып бара. 1917 йылдың майында уны Өфө мосолмандар хәрби советы башҡарма комитетына һәм президиумына һайлайҙар, һуңынан Өфө эшселәр һәм һалдаттар советы булып китә. “Һалдат теләге” гәзитен сығара. Шулай итеп, Шәһит Хоҙайбирҙин республиканың сәйәси-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, ваҡиғалар уртаһында була. 1918 йылда ул большевиктар партияһы сафына инә. 1919 йылда совет органдарының етәксеһе булып таныла: РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй. Шәһит Хоҙайбирҙин 1924 йылдың 21 декабрендә ҡаты ауырыуҙан Мәскәүҙә вафат була. Фото: vk.com/shagitkhudaiberdin.