Башҡортостан Хөкүмәтенең һуңғы биш йыллыҡ эшмәкәрлегендә йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи һәм тән сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар бирелде. Шундай маҡсаттағы ғәмәлдәрҙең береһе – Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” мәҙәниәт һәм ял паркын булдырыу. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөндә – 2019 йылдың 23 февралендә – Шишмә районының Алкин-2 ауылындағы хәрби часҡа барғанда ошондай парк төҙөү фекерен белдергәйне. 2016 йылға тиклем был ерҙә 297-се зенит ракета бригадаһы урынлашҡан булған. Радий Хәбиров элекке хәрби ҡаласыҡты ҡарап сығып, бында парк, ҡаршылыҡтар һыҙаты булдырыу мөмкинлектәрен, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн шарттар тыуҙырыу юлдарын өйрәнергә ҡушты. Һөҙөмтәлә парк 2022 йылда эш башланы. Шул ваҡыттан алып бында 5219 үҫмергә, шулай уҡ хәрби-илһөйәрлек клубтарының 1028 тәрбиәләнеүсенә уҡытыу сборҙары уҙғарылған. Парктың айырым үҙенсәлеге шунда: “Геройҙар уҙышы” ярыштары өсөн махсус булдырылған ҡаршылыҡтар һыҙаты бар. Былтыр тәрбиәләнеүселәргә уңайлы ятаҡ төҙөлдө, асыҡ һауала хәрби техника музейы асылды. Шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексы, офицерҙар составы өсөн йәшәү урыны булдырыла. 2021 йылдың майында Радий Хәбиров йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында “Авангард” уҡытыу-методик үҙәктәре асыу мәсьәләһе буйынса федераль кимәлдәге кәңәшмәлә ҡатнашты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йөкләмәһенә ярашлы, бындай үҙәктәр илдең бар төбәктәрендә лә булдырыласаҡ. Башҡортостан Башлығы беҙҙә уны “Патриот” паркында урынлаштырыу ҡарарын раҫланы. Үҙәкте төҙөү өсөн республика бюджетынан 271,9 миллион һум аҡса бүленде. Хәҙер инде “Авангард”та мәктәп уҡыусылары һәм хәрби-патриотик йүнәлештәге сменаларҙа шөғөлләнеүселәр өсөн уҡыу сборҙары уҙғарыла, йәш быуын тәүге хәрби әҙерлек үтә. Ошондай сараларҙың береһендә ҡатнашҡандар менән осрашыу мәлендә Радий Хәбиров: “Мин был төҙөлөшкә бөтөн күңелемде һалдым. Ул республикабыҙға бик кәрәк, тип иҫәпләйем. Айырыуса әле – Украинала махсус хәрби операция барып, унда бик күп ир-егеттәребеҙ ҡатнашҡанда. Курсанттар бында заманса техника һәм ҡорал менән таныша, яҡташ геройҙарыбыҙ хаҡында күберәк мәғлүмәт өйрәнә, тәүге хәрби әҙерлек үтә. “Патриот” паркын мотлаҡ үҫтерәсәкбеҙ, “Авангард” кеүек үҙәктәр һаны артасаҡ”, – тип белдерҙе. Республиканың белем усаҡтарында был хәрби күнекмә уҙғарыу майҙансығын юғары баһалайҙар. Мәҫәлән, Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең “Йәш армиясылар” ойошмаһы етәксеһе Айрат Сәлихов әйтеүенсә, ул кисә, 8 октябрҙә, үҙенең тәрбиәләнеүселәрен “Авангард” үҙәгендә ҡалдырып ҡайтҡан. Тимәк, балалар биш көн шунда хәрби әҙерлек үтәсәк. – Билдәле булыуынса, был сбор йәмғиәт хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресенә ярашлы уҙғарыла, – ти Айрат Марат улы. – Ошо нигеҙҙә былтыр ҙа 10-сы класс уҡыусыларын “Авангард”ҡа алып барғайным, улар бик ҡәнәғәт ҡайтты. Тағы ла ебәрһәләр ине, тип теләп йөрөнөләр. Ғөмүмән, “Авангард” беҙгә – уҡытыусыларға – ҙур ярҙам булды, эшебеҙҙе шул ҡәҙәр еңеләйтте. Элек хәрби әҙерлекте үҙебеҙҙә үткәрҙек, әммә шөғөлләнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр юҡ ине. Ә был республика кимәлендәге яңы үҙәктә бөтөнөһө лә бар, балалар ысын хәрби мөхитте күрә, техникалар менән таныша, үҙ көсөн төрлө йәһәттән һынап ҡарай. Туҡланыу ҙа бик һәйбәт ойошторолған. Әле унда Бөрйән, Учалы, Ейәнсура, Мәсетле райондарынан өс йөҙгә яҡын үҫмер хәрби әҙерлек үтә. Биш көнлөк армия кеүек ул. Балаларыбыҙ ысын һалдат бутҡаһы ашап, күп нәмә белеп, ҡараштары киңәйеп, етдиләнеп ҡайтасаҡ. Ошондай үҙәк булдырғандары өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт! Күптән түгел республика Башлығы ошо биләмәлә ашхана төҙөлөшө барышын ҡараны. Подрясы ойошма етәксеһе әйтеүенсә, эш тамамланыуға табан бара. Ашхана 600 урынға иҫәпләнгән, уны конференциялар залы итеп файҙаланырға ла мөмкин. Бында магазин да төҙөп, сувенирҙар, аҙыҡ-түлек һатыуҙы ойоштороу планлаштырылған. Ашхананың биләмәһе тәртипкә килтереләсәк, заманса төҙөкләндереләсәк. “Патриот” паркының ҡаршылыҡтар һыҙатында ярыштар үткәрелеп тора, уларҙа төрлө ойошма-предприятиелар хеҙмәткәрҙәре лә көсөн һынап ҡарай. Бындай саралар ваҡытты файҙалы уҙғарыу, физик әҙерлекте тикшереү генә түгел, ә күңелдә илһөйәрлек тойғоһон нығытыу, командала, берҙәм рухта эшләргә өйрәнеү өсөн дә мөһим. Республикабыҙ халҡы ла, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа, федераль етәкселәр ҙә “Патриот”тың тән һәм йән сәләмәтлеген хәстәрләүҙәге әһәмиәтен, тәрбиәүи көсөн, кешеләргә ысынлап та кәрәклеген билдәләй. Бөгөн парк, ысынлап та, мәғрифәт һәм йәмәғәт үҙәгенә әйләнә бара. “Илһөйәрлек – илеңдең, тыуған ереңдең үҫешенә, заманса алға барыуына өлөш индереү, тормошоңдо ошо маҡсатҡа бағышлау. Был героик үткәндәребеҙгә “йәбешеп ятыу” тигәнде аңлатмай. Элеккеләрҙән кәм булмаған данлы киләсәк төҙөргә ынтылыу кәрәк. Илһөйәрлек Рәсәй халҡына тәбиғәттән бирелгән, ҡандан күскән. Тап ул – беҙҙең Ватаныбыҙҙың милли идеяһы” – ил Президенты Владимир Путиндың ошо һүҙҙәре республикабыҙҙа илһөйәрлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән эш-ғәмәлдәрҙең нигеҙен билдәләй. Ташландыҡ тип әйтерлек хәрби ҡаласыҡ биләмәһендә бөтөн уңайлыҡтары булған заманса ҙур комплекс – “Патриот” паркы төҙөп, уны халыҡтың яратҡан урынына әйләндереү – үҙе үк юғары ватансылыҡ рухы өлгөһө. Фотолар: Айрат Сәлихов, "Башинформ".
Башҡортостан Хөкүмәтенең һуңғы биш йыллыҡ эшмәкәрлегендә йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи һәм тән сәләмәтлеген нығытыуға ҙур иғтибар бирелде. Шундай маҡсаттағы ғәмәлдәрҙең береһе – Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” мәҙәниәт һәм ял паркын булдырыу. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөндә – 2019 йылдың 23 февралендә – Шишмә районының Алкин-2 ауылындағы хәрби часҡа барғанда ошондай парк төҙөү фекерен белдергәйне. 2016 йылға тиклем был ерҙә 297-се зенит ракета бригадаһы урынлашҡан булған. Радий Хәбиров элекке хәрби ҡаласыҡты ҡарап сығып, бында парк, ҡаршылыҡтар һыҙаты булдырыу мөмкинлектәрен, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн шарттар тыуҙырыу юлдарын өйрәнергә ҡушты. Һөҙөмтәлә парк 2022 йылда эш башланы. Шул ваҡыттан алып бында 5219 үҫмергә, шулай уҡ хәрби-илһөйәрлек клубтарының 1028 тәрбиәләнеүсенә уҡытыу сборҙары уҙғарылған. Парктың айырым үҙенсәлеге шунда: “Геройҙар уҙышы” ярыштары өсөн махсус булдырылған ҡаршылыҡтар һыҙат