Найти тему
Башҡортостан гәзите

97 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән

2022-2023 йылдарҙа Евразия фәнни-белем биреү үҙәге вуз-ара кампусҡа УДНТУ-ның стартап-студияһы тарафынан 97 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән. Студия Рәсәй буйынса 15 партнер тапҡан һәм 25-тән ашыу сара ойошторған. Стартап-студияһының концепцияһы тураһында уҡыу йортоноң матбуғат йортонда түбәндәгеләрҙе һөйләнеләр. -Хәҙер вуздар студенттарға үҫешеү өсөн бер нисә трек тәҡдим итә: беренсенән, уҡытыуҙың актуаль программаһына ярашлы хеҙмәт баҙарында кәрәкле белгес булыу, икенсенән, аспирантурала уҡыуҙы дауам итеп, фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барыу, өсөнсөнән, уҡыуҙан айырылмайынса компетенцияларҙы һәм технологик эшҡыуарлыҡ күнекмәһен үҫтереү. Евразия фәнни-белем биреү үҙәге кампусында ошо өс трек студенттарға асыҡ, - тип билдәләне УДНТУ технологиялар трансферы идараһы начальнигы, Өфөләге вуз-ара кампус төҙөлөшө проект офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких. Рәсәйҙәге университет старт-студиялар селтәре “Университетта технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы” федераль проекты сиктәрендә үҫешә. Проект йәштәрҙә эшҡыуарлыҡ ҡеүәһен асыуға һәм ошо өлкәлә профессионал әҙерләүгә йүнәлтәлгән. 2022 йылда УДНТУ Инфраструктура һәм белем биреү программалары фонды булышлығында ”УДНТУ старт-студиялары” соучредителе булды. Университет старт-студияларында стартап-проекттар өҫтөндә УДНТУ -ның студенттары һәм уҡытыусылары ғына түгел, Өфө фән һәм технологиялар университеты, БДМУ, БДАУ, БДПУ-ҡылар ҙа эшләй. Нимә ул ”Университет стартап-студиялары”? Ул - стартаптар фабрикаһы, бизнес-идеяларҙы тиҙ генә тикшереү һәм яңы компанияларҙы күпләп сығарыу майҙансығы. УДНТУ стартап-студиялары эшенең төп маҡсаты – уңышлы бизнестарҙы сериялап булдырыу. Унда университет студенттары, вуз хеҙмәткәрҙәре, технологик эшҡыуарҙар, индустриаль предприятиелар, Рәсәй һәм Башҡортостандың власть һәм үҫеш институттары вәкилдәре эшләй. Стартап-студияларҙа эшләү студенттарға нимә бирә? Проект кураторҙары ярҙамында үҙеңде эшҡыуар ролендә (ысын проект һәм аҡса менән) һынап ҡарау, бөтә төр практиканы үтеү, компетенциялар һәм технологик бизнесты булдырыуға күнекмәләр алыу, тәжрибә туплау, стартап-компанияларҙың соучредителе булыу һәм опцион һатыуҙа аҡса эшләү, Рәсәй стартап-студиялары сараларында ҡатнашыу... Уҡытыусылар стартап-проекттарына инеп өҫтәмә аҡса эшләй ала. Ә компаниялар өсөн шундай мөмкинлектәр асыла: үҙ эшмәкәрлектәрен тиҙ йәйелдереп ебәреү - бизнес-гипотезаларын тикшереү, бизнес-идеяларын тормошҡа ашырыу, юғалтыуҙарҙы кәметеү. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни- белем биреү вуз-ара кампусын төҙөү тулы ҡеүәтендә бара. Беренсе этапты 2023 йылда тамамлау күҙ уңында тотола, икенсе сиратын - 2025 йылдың аҙағында. 146 мең кв.м майҙанды биләгән проект бизнесты йәлеп итеү, фән, алдынғы белем биреү майҙансығы буласаҡ. https://pravitelstvorb.ru/news/21925/