45 йыл элек Белорет – Ҡарлыман тимер юлы участкаһында хәрәкәтте асыу тантанаһы үткән. Был төҙөлөштө Башҡорт БАМ-ы тип йөрөткәндәр. Ни өсөн? Эш шунда: 1978 йылда был тимер юлды бөтә ил төҙөй, ә төҙөүселәр араһында күбеһенсә комсомол ағзалары була. Ул киң романтика ваҡыты ине! Бөгөн Рәсәй тимер юлдары ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре кирка формаһындағы һәйкәл янында шул тимер юл участкаларының береһендә йыйылды. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: кирка бик ышаныслы тора. Тантаналы өлөшө алдынан беҙ юл төҙөлөшөндә ҡатнашҡан ветерандар менән һөйләштек. – Тәүҙә ул Инйәр станцияһына киҫелешергә тейеш ине, – тип һөйләй элекке элемтә участкаһы начальнигы Анатолий Дмитриевич Уткин. – Һөҙөмтәлә Белорет ҡалаһын һайланылар. Тарихи белешмә: Ҡарлыман – Белорет тимер юлы линияһы Башҡортостандың көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәрен иң ҡыҫҡа юл менән бәйләгән һәм илдең Европа өлөшөн Себер менән тоташтырған. – Ул саҡта йөк һәм пассажирҙар поездарын ҡараным һәм ебәрҙем, - ти оҙаҡ йылдар вагондарҙа ремонт эшләгән Николай Федорович Трушнин. – Тормош бөтөнләй башҡа булһа ла, беҙ күңелле йәшәнек. Яҡты киләсәккә ышандыҡ. – Рельстар һәм шпалдарҙы “Ураган”да йөрөттөк. Юлды асыу хөрмәтенә көмөш костыль ҡаҡҡанды хәтерләйем. Был Йөйәк-Төлмәй юлында булды, – тип хәтерләй Айрат Иҡсанов. Һәйкәлдәге яҙыуҙы уҡыйым: “Төҙөүсе - комсомол!” Байрам хөрмәтенә тимер юлсылар ҙур булмаған сәхнә урынлаштырған. Баннерҙа: “Хеҙмәтсән халыҡтың батырлығына дан!” – тигән һүҙҙәр бар. Бында ирекһеҙ рәүештә совет заманына сумаһың, унда комсомол төҙөлөштәре гөрһөлдәй, кешеләр ижад рухы һәм хеҙмәт еңеүҙәре ҡыуанысы менән йәшәй. Байрамдың тантаналы өлөшөндә Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Новиковҡа һүҙ бирҙеләр: – Бөгөн беҙ бөйөк ваҡытты иҫкә алабыҙ, – тип билдәләне ул. – Ҡарлыман – Белорет участкаһы – 203 километр, ун өс тимер юл станцияһы. Тимер юл тайгаға һалынғайны. Был участкала 235 яһалма ҡоролма, бер дүрт йөҙ метрлыҡ тоннель (тимер юлсылар менән бергә уны Мәскәү күпер эшләүселәре төҙөнө). Йәнә бында 48 тимер юл күпере, шуларҙың унауһы йөҙ метрҙан ашыу оҙонлоҡтағы. Биш йыл ярым эсендә башҡарылған был ғәйәт ҙур хеҙмәт. Куйбышев тимер юлының барлыҡ ҡырҡ меңлек коллективынан ветерандарыбыҙға был мегапроект өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Бөгөн беҙҙә әлегә бындай башланғыстар юҡ. Әммә улар мотлаҡ буласаҡ!.. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Белорет станцияһынан Ҡарлыман станцияһына тиклем беҙҙең юлсылар һәм башҡа белгестәр был участканы бетон нигеҙгә күсерә алды. Поездар хәрәкәтенең тиҙлеген арттырҙыҡ, хәҙер бында күсәргә ҙур йөк тейәлгән заманса локомотивтар һәм вагондар килә. Башҡортостан Башлығы Сибай менән Өфөнө заманса ҡала яны электр поездары менән бәйләргә ҡушты. Беҙ был мәсьәләне Абдулла һәм Ырымбур йүнәлештәре буйынса хәл иттек тә инде. Тимер юлсылар – дәүләт кешеләре, беҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы һәр ваҡыт үтәйбеҙ. Шулай булды, шулай буласаҡ та. Байрам менән! Дмитрий Новиков тимер юл ветерандарына һәм ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы. Белорет районы хакимиәте башлығы үҙенең сығышында былай тине: – Юлдың был участкаһы районыбыҙҙың үҫешенә этәргес бирҙе. Ҡеүәтле был юлдан йөктәр хатта БАМ-ға китте. Хөрмәтле ветерандар, һеҙ Белорет ҡалаһы һәм бөтә ил тарихында бик сағыу эҙ ҡалдырҙығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Андрей Иванюта ла ошо дистанцияла эшләгән ветерандарға наградалар тапшырҙы. Байрам аҙағында “Кирка” һәйкәле янында 45 ағас үҫентеһенән торған аллея ултыртылды. Автор: Игорь КАЛУГИН. Фото Ильи ПАНЧЕНКО.