Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәтебеҙ Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа хеҙмәт һәм хәрби бурысын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Сара Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында үтте. – Азат Шамил улына был миҙалдың 1-се һанлыһы тапшырыла, мин махсус рәүештә уның өсөн ҡалдырып торғайным, – тине Радий Фәрит улы. – Ул бер йыл самаһы элек доброволец булып Шайморатов исемендәге батальонға яҙылғайны. Унда бик етди бурыстар башҡара, бөтә мобилизацияланған егеттәр һәм батальондарыбыҙ менән бәйләнештә. Азат Бадранов Башлыҡҡа рәхмәт әйтте. – Наградағыҙ, хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Йыл дауамында һеҙҙең менән бәйләнештә булдыҡ, һәр саҡ ярҙамығыҙҙы тоябыҙ, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Хәрбиҙәребеҙ республика күрһәткән ҙур ярҙам өсөн рәхмәт әйтергә ҡушты, – тине ул. Шулай уҡ ул Радий Фәрит улына махсус хәрби операция биләмәһенән килтерелгән сувенир тапшырҙы. Скульптураның исеме “Һуғыштан - тыныслыҡҡа” тип