Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Килен" Тәнзилә Дәүләтбирҙинаға нисек тәьҫир иткән?

Башҡортостаныбыҙ театрҙарының йөҙөк ҡашы, данлы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры яңы ижади миҙгелен йәш яҙыусы Заһиҙә Мусина повесы буйынса Зөһрә Бураҡаева инсценировка яҙған "Килен" спектакле менән башлап ебәрҙе. Йәш авторҙың әҫәре социаль селтәрҙәрҙә үк ҙур иғтибар йәлеп иткәйне, ә театрҙағы премьеранан һуң ул бермә-бер артты. Премьераны республикабыҙҙың ҡайһы бер билдәле вәкилдәре лә барып ҡараны, улар араһында күренекле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина ла булды. Яҙыу оҫтаһының тәьҫораттарын тыңлайыҡ. – Спектакль оҡшаны, сөнки унда тормошсан проблемалар күтәрелә. Халҡыбыҙҙың менталитеты шундайыраҡ, килен бөтә нәмәне лә эшләргә, бөтәһенә лә түҙергә тейеш, хатта "килен - кеше балаһы" тигән фекер ҙә йөрөй, спектаклдә ошоно күрәбеҙ. Әлеге заманда ла ошоға күнеп йәшәгән ҡатындар бар, сығып киткән еренән, иренең туҡран тәүбәһенә ышанып, балаһын күтәреп кире әйләнеп ҡайтҡандар ҙа етерлек. Спектаклдә ошондай фекер еткерелә: кеше бер ҡасан да үҙгәрмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шулай. Ә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙгәртеп була, тип ышанабыҙ, тәрбиәләп алырға тырышабыҙ. Кейәүгә сыҡҡас, иренең бер аҙ эсеп алыу ғәҙәте бар икәнен күргән йәш ҡатын уны был ҡылығынан һыуындырырға иҫәп тота, мине ярата, тимәк, үҙгәрәсәк, тип уйлай. Балалар тыуғас инде, улар хаҡына был ҡылығын ташлар, яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип һаман өмөт итеп, яңылыша. Ә холоҡ, ғәҙәт инде ир кешегә ныҡ "һеңеп" ултырған, аңына, ҡанына һеңгән, ә беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, шуны үҙебеҙҙең бер ҡатлылыҡ менән үҙгәртергә тырышабыҙ. Әммә кешенең үҙенең үҙгәрергә теләге, ынтылышы юҡ икән, һин тырышыуҙан ғына бер нәмә лә килеп сыҡмай... Спектакль ныҡ фәһемле. Ул һабаҡ булырҙай, киленгә ҡарашты үҙгәртергә кәрәк икәнен төшөндөрөрҙәй әҫәр. Заман ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, сәхнәлә барған ваҡиғалар әле лә көнүҙәк. Бала саҡтан уҡ кешегә кешесә ҡарау кәрәк, уны кәмһетеп, ҡағып-һуғып үҫтерергә ярамай. Минең, мәҫәлән, үҙемдең ике киленем бар. Улар менән әхирәт, серҙәш, дуҫбыҙ, "балам", "ҡыҙым" тип өндәшәм. Спектаклдәге күренештәр минең өсөн ят булды, әммә тормошта ундай хәлдәрҙең бар икәнен ишетеп тә, күреп тә беләм. Повестең авторы Заһиҙә Мусина, йәш булһа ла, тормошто ныҡ аңлаған, ололарса фекер йөрөткән кеше. Уға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Рәүилә Ғатауллина яҙып алды. Т. Дәүләтбирҙина - автор фотоһы, спектаклдән күренештәр - Руслан Юлтаев фотолары.