Бөгөн Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, публицист, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуыуына 127 йыл. Ошо айҡанлы Өфөләге Матбуғат йорто алдында Шәһит Хоҙайбирҙиндең һәйкәле алдында тантаналы сара уҙҙы. Унда республика матбуғаты журналистары, ветерандар ҡатнашты. Шәһит Хоҙайбирҙиндең тормош юлы, уның Башҡортостан Республикаһын үҫтереүгә индергән тос өлөшө тураһында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина сығыш яһаны. Шулай уҡ йола буйынса был көндә Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Быйыл Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуған көнөнә арналған сарала традицион сәскә һалыу һәм сығыштарҙан тыш, халыҡ батыры, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡыйыу йөрәкле Фәнис Хөсәйеновты иҫкә алдылар. Уның батырлығы тураһында “Ағиҙел” журналы мөхәррире Мөнир Ҡунафин, исемен мәңгеләштереү буйынса эш алып барыуҙа ҡатнашҡан Лариса Абдуллина һөйләне. Артабан журналистар Матбуғат йортоноң беренсе ҡатында махсус хәрби операцияға бағышланған фотокүргәҙмә менән танышты. Был фотокүргәҙмә быйыл сентябрҙә Сочи ҡалаһында уҙған “Бөтә Рәсәй-2023” XXVII заманса журналистика форумында күрһәтелде. Әйткәндәй, ул аҙна дауамында эшләйәсәк, теләгән һәр кеше Матбуғат йортона килеп, уның менән таныша ала. Марат ҒӘЗИЗОВ, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары: – Бөгөн беҙ мәртәбәле сара – Башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалған Шәһит Хоҙайбирҙиндең тыуған көнө айҡанлы йыйылдыҡ. Шулай уҡ бөгөн журналистарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалайбыҙ. Әлеге күргәҙмә еңел булмаған шарттарҙа эшләгән һәм алғы һыҙыҡта беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың батырлығын яҡтыртҡан заман журналистарының эшмәкәрлегенә бағышланған. Уны Сочи ҡалаһында уҙған “Бөтә Рәсәй-2023” XXVII заманса журналистика форумында Рәсәй журналистары ла күрҙе. Унда беҙҙең республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Был хеҙмәт ҙур хөрмәткә лайыҡ. Был эш айырым ауырлыҡтар һәм хәүеф менән дә бәйле, әммә беҙҙең журналистар, ҡулдарына ҡорал алып тыуған илебеҙҙе һаҡлаған яҡташтарыбыҙ кеүек үк, ҡаһарманлыҡ, юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтә, яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү, йәмғиәтебеҙҙә берҙәм булыу, Еңеү беҙҙеке буласағына ышанысты нығытыу өсөн үҙ өлөшөн индерә. Вәдүт ИСХАҠОВ, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире: – Шәһит Хоҙайбирҙин - үҙенең ҡыҫҡа ғына 28 йәшлек ғүмерендә Башҡортостан өсөн иң күп эшләгән кешеләрҙең береһе. Беҙҙең республикабыҙҙың дәүләтселеген булдырыуҙа, телебеҙҙе һаҡлауҙа уның роле бик ҙур. Ул дәүләт эшмәкәре генә түгел, ғөмүмән, Башҡортостан Республикаһының журналистикаһына нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе. Бөгөнгө күргәҙмә менән Шәһит Хоҙайбирҙиндең тормошон сағыштырып ҡарарға мөмкин. Ул да, беҙҙең егеттәр ҙә илебеҙ, республикабыҙ өсөн янып йәшәй. Айырыуса махсус хәрби биләмәгә барып ҡайтҡан журналистарҙы әйтер инем – улар үҙҙәренең өлөшөн индергән кешеләр. Ул ғына түгел, Радий Фәрит улы ошондай журналистарҙы төрлө льготалар менән яҡларға тәҡдим итте, “Хәрби журналист” статусын булдырыу тураһында һүҙ бара. Был күргәҙмәлә махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡан егеттәрҙең эштәре – фотолары. Улар окоптарҙа нимә күргәндәр, кемдәр менән һөйләшкән, шул турала тәьҫораттарын ошо фотоларҙа сағылдырған. Унда яугирҙәребеҙҙең батырлыҡтары ла күрһәтелә. Әйткәндәй, был күргәҙмә артабан да тулыландырып тороласаҡ, сөнки беҙҙең журналистар даими рәүештә Донбасс ерҙәренә барып тора. Тарихи белешмә: Башҡорт халҡының билдәле улы Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин (элекке исеме Бесәнсе) ауылында тыуған. Ул рус-башҡорт башланғыс мәктәбендә уҡый. Артабан белем алыу теләге көслө була, шуға ла 13 йәшендә Ырымбурға юллана. Унда 1909 – 1914 йылдарҙа “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә белем ала. Беренсе донъя һуғышы башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, һуғышҡа китә. 1916 йылда яраланғас, Башҡортостанға ҡайта. 1917 йылда ул Өфөлә була һәм һалдаттар араһында агитация эшен алып бара. 1917 йылдың майында уны Өфө мосолмандар хәрби советы башҡарма комитетына һәм президиумына һайлайҙар, һуңынан Өфө эшселәр һәм һалдаттар советы булып китә. “Һалдат теләге” гәзитен сығара. Шулай итеп, Шәһит Хоҙайбирҙин республиканың сәйәси-ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, ваҡиғалар уртаһында була. 1918 йылда ул большевиктар партияһы сафына инә. 1919 йылда совет органдарының етәксеһе булып таныла: РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй. Шәһит Хоҙайбирҙин 1924 йылдың 21 декабрендә ҡаты ауырыуҙан Мәскәүҙә вафат була. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Республика журналистары Шәһит Хоҙайбирҙинде иҫкә алды
9 октября 20239 окт 2023
1
3 мин