Кисә кис Башҡортостанда йәнә үлемесле авария теркәлде. Иң аяныслыһы – унда баланың ғүмере өҙөлдө. Авария Бөрө янында, Өфө – Яңауыл трассаһының 100-сө километорында киске һигеҙҙәр тирәһендә була. Юлда “ВАЗ-2110” менән “Лада Калина” машиналары ҡапма-ҡаршы килеп бәрелешә. Һөҙөмтәлә, 15 йәшлек үҫмер алған йәрәхәттәрҙән авария урынында һәләк була. Ике водитель һәм өс пассажир төрлө йәрәхәттәр ала һәм бөтәһе лә дауаханаға оҙатыла. Улар араһында ла балалар бар тип хәбәр ителә. “Хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшен координациялау өсөн авария урынына Бөрө район-ара прокуроры Алмаз Әбдүшев сыҡты. Күҙәтеү ведомствоһы был хәлдең сәбәптәрен асыҡлауҙы, шулай уҡ ошо осраҡ буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеүҙе контролдә тота”, – тинеләр Прокуратураның матбуғат хеҙмәтендә. Ошондай аяныслы авариялар булмаһын, кешеләр ғүмерҙәре өҙөлмәһен өсөн водителдәргә үтә иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк. Барыбыҙ ҙа өйҙәребеҙгә имен ҡайтып етәйек! Фото: ЮХХДИ.