Башҡортостандың баш ҡалаһында Транспорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы ағзалары Шафиев урамындағы участканың ремонт сифатын тикшерҙе. Төҙөкләндереү саралары “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә башҡарылды. Был турала Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Милли проект буйынса Парк урамынан башлап Шафиев урамындағы 14-се торлаҡ йорт ихатаһына боролошҡа тиклем юл ремонтланған. Ярты километрында фрезер япмаһы эшләнгән, борт таштары ҡуйылған, тротуар ремонтланған һәм башҡа эштәр башҡарылған. Йәмәғәтселәр ремонт сифатын “бишле” гә баһаланы. -Был юл Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһына һәм 40-сы мәктәпкә илтә. Бында йәмәғәт транспорты туҡталыштары ла бар. Тротуарҙар, шулай уҡ паркка инеү юлы ла төҙөкләндерелгән, - тип билдәләне Транспорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы рәйесе Рөстәм Баязитов. Ләкин йәмәғәтселәр етешһеҙлекте лә тап