Йәрмәкәй районында 300 уҡыусы өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында әңгәмәләр үткәрелде. Дәрестәрҙе Йәрмәкәй ауылындағы “Дуҫлыҡ” паркының автоҡаласығында Балалар ижады йорто ойошторҙо. Парк "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. Был автоҡаласыҡ – махсуслаштырылған уйын комплексы. Ул балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә уҡытыу өсөн бик яҡшы тап килә, сөнки ысын юл хәрәкәте шарттарын имитациялай һәм заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә. Унда юл билдәләре, светофорҙар ҡуйылған, йәйәүлеләр үткәүеле бар, юл билдәләре һыҙылған. Автоҡаласыҡтың уйын майҙансығы төрлө мөһим темалар буйынса дәрестәр үткәреүҙе тәьмин итә: юл элементтары, йәйәүлеләр һәм транспорт саралары хәрәкәте тәртибе, урам һәм йәйәүлеләр, йәйәүлеләр һәм юл киҫелештәре, светофор һәм көйләүсе, юл билдәләре һәм һыҙаттар, велосипедта һәм үҙ-үҙеңде хәүефһеҙ йөрөү, туҡталыш һәм транспорт сараһы туҡталҡаһы. Әңгәмә барышында уҡыусылар төрлө мәсьәләләр систе. Ул