Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауылға йәм өҫтәне

Тәтешле районының Беләш ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылға ысын мәғәнәһендә йәм индерҙе. Хәҙер ауылдаштар район үҙәгенә йөрөмәйенсә йәшәгән урында тәүге медицина ярҙамын ала. ФАПтың яңы бинаһында пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, канализация, һалҡын һәм ҡайнар һыу селтәрҙәре үткәрелгән. Бинала медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, ял итеү һәм прививка бүлмәләре эшләй. Модулле пункт тейешле бөтә ҡорамалдар, компьютер техникаһы менән йыһазландырылған. – Медицина учреждениеһына 332 кеше, шул иҫәптән, 57 бала беркетелгән. ФАП асылғас, диспансерлаштырыуҙың беренсе этабында 140 тикшереү үткәрелде, 52 пациент тәрәнтен тикшереү үтте. Бындай фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе ауыл өсөн ҙур байрам. Алыҫҡа йөрөмәй, йортоңа яҡын ерҙә тәүге медицина ярҙамын алыу бик уңайлы, – ти фельдшер Алһыу Шәймиева. Рәсәй Президенты

Тәтешле районының Беләш ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылға ысын мәғәнәһендә йәм индерҙе. Хәҙер ауылдаштар район үҙәгенә йөрөмәйенсә йәшәгән урында тәүге медицина ярҙамын ала. ФАПтың яңы бинаһында пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, канализация, һалҡын һәм ҡайнар һыу селтәрҙәре үткәрелгән. Бинала медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн фельдшер кабинеты, ҡабул итеү, процедура, ял итеү һәм прививка бүлмәләре эшләй. Модулле пункт тейешле бөтә ҡорамалдар, компьютер техникаһы менән йыһазландырылған. – Медицина учреждениеһына 332 кеше, шул иҫәптән, 57 бала беркетелгән. ФАП асылғас, диспансерлаштырыуҙың беренсе этабында 140 тикшереү үткәрелде, 52 пациент тәрәнтен тикшереү үтте. Бындай фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе ауыл өсөн ҙур байрам. Алыҫҡа йөрөмәй, йортоңа яҡын ерҙә тәүге медицина ярҙамын алыу бик уңайлы, – ти фельдшер Алһыу Шәймиева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.