“Урта мәктәпте тамамлағас, күрше ҡалалағы педагогия училищеһына уҡырға индем. Өсөнсө курста уҡығанда, ауылға ҡайтышлай күрше ауыл егете менән таныштым һәм дуҫлаша башланыҡ. Мин үҙем туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәйем шул тиклем тыныс холоҡло, изге күңелле кешеләр ине (йәндәре йәннәттә булһын, ғәзиздәрем бер нисә йыл элек бер-бер артлы ғына мәрхүм булып ҡалды). Атайымдың әсәйемә, беҙгә ҡул түгел, тауыш күтәргәнен дә хәтерләмәйем. Һәм ни эшләптер, бөтә ир-егеттәр ҙә атайым кеүектер, тигән фекерҙә инем. Училищены тамамлауға Фәнил тәҡдим яһаны. Гөрләтеп туй үткәрҙек. Тыныс ҡына холоҡло күренгән ирем, эсеп алһа, ен алмаштырғандай була ла ҡуя ине. Ҡул күтәреүҙәре йышайҙы. Шулай ҡағылып-һуғылып биш йылға яҡын йәшәгәндән һуң, ныҡ итеп туҡмалып, һыу ҙа эсә алмай ятҡанымда, атайым килеп, “минең артыҡ балам юҡ” тип алып ҡайтып китте. Был ваҡытта ҡыҙым бар ине. Аҙыраҡ хәл алғас, Фәнил менән рәсми рәүештә айырылыштым (бының өсөн нимәләр аша үтеүемде үҙем генә беләм, ярай, атай-әсәйем терәк