Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тимурҙы майҙан бирле эҙләйҙәр

Башҡортостанда 17 йәшлек Тимур Сөләймәновты эҙләү дауам итә. Өләсәһе менән Балаҡатай районының Юлдаш ауылында йәшәгән үҫмер имтихан бирергә тип 28 майҙа күрше ауылға йүнәлә, әммә кире әйләнеп ҡайтмай. Кис өләсәһе улын көтөп ала алмай. Туғандары уны, бәлки, дуҫтарында ҡалғандыр тип уйлай тәүҙә.Телефонға ла яуап бирмәгәс, өс көндән һуң полицияға хәбәр итеп, уның юғалыуы хаҡында ғариза яҙып һалалар. Аҙаҡ асыҡланыуынса, үҫмер имтиханда ла булмай сыға. Уны эҙләргә ирекмәндәр, ауыл кешеләре сығып, Юлдаш һәм Яңы Балаҡатай тирәһен ентекләп ҡарай, әммә егеттең эҙен дә тапмайҙар. Һуңғараҡ күрше районда күрҙек тиеүселәр була, тик ундағы эҙләү ҙә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәй. 5 июндә Башҡортостан Тәфтиш комитетында үҫмерҙең юғалыуы буйынса енәйәт эше асылыуын хәбәр итәләр. Яңыраҡ Тимурҙың өләсәһе мәрхүм булып ҡалған. Ә ирекмәндәр егетте эҙләүҙе дауам итеп, даими эргә-тирәне ҡыҙыра. Үҫмерҙең билдәләре: Буйы – 150-155 см, ҡаҡса кәүҙәле, сәсе ҡыҫҡа ҡара. Юғалған көндә һоро шорты, асыҡ төҫтәге футболка кейгән, ҡара рюкзак таҡҡан. Тимур тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәт белеүсе булһа, хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. Фото: интернеттан.