Баязит бабай киске ашын ашаны ла телевизорҙан үҙе яратып өлгөргән сериалды ҡарарға ултырҙы. Яңғыҙ пенсионерҙың тормошо шулай һәүетемсә тыныс ҡына бара. Тик... Пультты алып телевизорҙы тоҡандырғас, хатта уның тауышы аша ла әлеге үҙенең көн һайын тигәндәй йән асыуына тейгән ҡыштырҙауҙы ишетте. Сысҡан... Тағы раковина аҫтындағы сүп биҙрәһен аҡтара... Бер айҙан ашыу инде ул Баязит бабайға тыныслыҡ бирмәй. Ағыу ҙа һалып ҡараны, ҡапҡан да ҡуйҙы... Тик сысҡан бөтә тоҙаҡтарҙы йылғыр ғына урап үтә. Ҡайһы саҡ кухня иҙәнендә иркенләп йөрөй. Ә тотоп ҡара... Бигерәк тә төнөн ҡыштырҙауы, нимәләрҙелер шылтыратыуы асыуға теймәй ҡалмай. Бөтә тишектәрҙе ҡаплап та сыҡты. Тик унан ҡотолоу сараһы юҡ һымаҡ. Шуға ла бабай һуңғы көндәрҙә “бесәй алып килергәме икән әллә” тип уйлана башланы. Ул үҙе эт һәм бесәйҙәрҙе яратмай ине, күпме мәшәҡәт, бысрағын таҙартырға көн дә, өйҙән оҙаҡҡа китеп тә булмай... Дөрөҫ, бала саҡта, һәр сабый кеүек, бесәйҙәр, бигерәк тә бесәй балалары менән уйнарға яратты, тик олоғайған дәүерҙә ҡартлыҡ сирҙәрен дауалау зарурлығы, эт һәм бесәйҙәр аллергия тарата тигән шик-шөбһә бындай мәшәҡәткә юл ҡуймай ине шул. Был юлы ла өйҙә аҫрау өсөн бесәй алырға йыйынмай ине ул. Берәҙәк бесәйҙәр күп, алып ҡайтырға ла сысҡанды тотоп ашағас та кире элекке мөхитенә ҡайтарып ебәрергә. Баязит бабай бындай бесәйҙе ҡайҙан алырға икәнен дә билдәләп ҡуйҙы. Уларҙың йортона күрше генә “Кулинария” кибетенең ишеге алдында һәр саҡ бер ҙур бесәй ултыра, төҫөнә ҡарағанда хужаһыҙ булыуы һәм аслы-туҡлы йәшәгәне күренеп тора. Бабай был кибеткә көн һайын йөрөй һәм күргәне бар: ҡойроғо яртылаш өҙөлгән бесәй. Кибеткә инеүселәр, уға абына яҙып, ситкә тибеп тә ебәргеләй. Ә бесәй, был арала ҡайҙалыр булып тора ла, бер аҙҙан тағы элекке еренә барып ултыра. Бөтә кешеләрҙең дә бер төрлө түгеллеген мәхлүк аңлай, ахырыһы – ара-тирә кем дә булһа уға ашарға ырғытып китә бит. Бабай бына шул бесәйҙе күҙ уңында тотҡайны. Бер көнгә алып ҡайтһа, сысҡанды аулап алыу өсөн шул ваҡыт етер ҙә инде, шунан тағы әлеге кибет янына килтереп ҡуйыр. Шулай ҙа алып ҡайтырғамы, юҡмы тип икеләнеп йөрөгән хужаның бер көндө түҙемлеге тамам бөттө: кискә табан сысҡан ул телевизор ҡарап ултырған залға йүгереп килеп сыҡты, өй хужаһына тексәйеп бер ҡарап алды ла шифоньер аҫтына инеп китте! Бындай оятһыҙлыҡты көтмәгән бабай шунда уҡ бесәйҙе алып ҡайтырға сыҡты. Бесәй урынында юҡ ине. Әммә, бабай шул тирәлә күпмелер йөрөп торғас, ҡайҙандыр килеп сыҡты. Ир уның янына килде лә, нисек күтәреп алырға белмәй, елкәһенән тотоп алып китте. Бесәй ҡаршылашманы, хатта мыяуламаны ла. Таныш булмаған йортҡа килеп эләккәс, бесәй тирә-яғына аптырап ҡарап йөрөнө. Ә бабай уның хәжәтен үтәп иҙәнде бысратыуынан ҡурҡа ине һәм тиҙ генә, гәзит киҫәктәре һалып, ҡатырғанан бәҙрәф әтмәләп ҡуйҙы. Кискә тиклем сысҡан хужаны борсоманы, ә бесәй, бер аҙ йөрөп әйләнгәс, кухня иҙәнендә йоҡлап китте. Ҡатырға бәҙрәфте ул танырға теләмәне, әммә ике сәғәт самаһы уҙыуға, фатир ишеге янына килде һәм һуҙып ҡына мыяулап алды. Тышҡа сығырға теләй, тимәк, ул ҡасандыр фатирҙа йәшәгән, тип уйланы ҡарт. Шуныһы ғәжәп – бер аҙҙан ул, эшен тиҙ генә башҡарып, кире инергә һораны. – Ҡалай тиҙ өйрәнеп алдың, әй... – тип һөйләнде Баязит бабай. – Тик ҡара уны – артыҡ өйрәнеп китмә, һин бында ваҡытлыса ҡунаҡ ҡына! Бесәй уға һыңар күҙе менән генә ҡарап алды, әйтерһең дә, барыһын да аңлай ине. Кискә табан сысҡан үҙенең барлығын һиҙҙерҙе – раковина аҫтында ҡыштырлай башланы. Тик бесәй быға һис тә иғ тибар бирмәне. Быны күреп, хужа асыулана төштө: – Юҡҡа алып килдемме ни мин һине? Бар, сысҡанды тот! Ул бесәйҙе сысҡан шыптырҙаған ергә алып килде, иғтибарын шул урынға йүнәлтергә тырышты. Бесәй уға аптырап ҡарап алды. Уның ҡарауы, сысҡан, бесәй еҫен һиҙептер инде, йәшеренде һәм башҡаса күренмәне. Бесәй ашарға ла һорамай ине, әммә хужа аңлап тора: сысҡанды эләктермәгәс, был мәхлүк астыр инде. Шуға бер бәлеш киҫәген ҡорбан итергә тура килде. Бесәй ризыҡҡа ташланманы, ә ҡабаланмай ғына ашарға кереште. Тоҡос ҡойроҡло бесәй ҡарттың фатирында өсөнсө көн йәшәй ине инде. Сысҡан әленән-әле күренгеләп ҡала, тик бесәй уны баҫтырырға ашыҡманы. “Әллә, сысҡанды тотһам, урамға сығарасаҡтар тип, юрый ҡабалананмаймы икән?”– тип тә уйлап ҡуйҙы бабай. – “Юҡтыр, бесәй ул хәтлем аҡыллы була алмай. Урамда йәшәгәс ни, сысҡанды күп тотҡандыр бит инде. Ярай, бер аҙ көтәйем әле...” Яҡындағы кибеткә барғанда хәҙер Баязит бабай үҙе өсөн генә түгел, ә бесәйгә лә аҙыҡ алырға мәжбүр ине. Хатта бер саҡ туңдырылған балыҡ та һатып алырға тура килде. Бесәй өсөн генә! Балыҡты еҫкәп ҡарағас, бесәй хужаһына ышанмаған һымаҡ һымаҡ күҙ ташланы ла, ашыҡмай ғына ризыҡланырға тотондо. Тик шуныһы бабай өсөн көтөлмәгәнсә булды: балыҡты ашап ҡуйғас, һороҡай креслола ултырған бабай янына килде һәм уның аяғына һырпаланды. Бынан ҡарттың тәненә йылы йүгергәндәй рәхәт булып китте, бесәйҙе һыйпап алаһы килде. Тик ул үҙен тиҙ ҡулға алды һәм юрамал асыуланған төҫ менән бесәйҙе кире этте. – Һин, дауай, өйрәнеп китмә бында. Һырпаланма ла миңә... Барыбер кире алып барам... Бар, сысҡан тот! Юҡҡа балыҡ ташыйыммы һиңә? Дүртенсе көндө төнөн ҡартты кухнялағы нимәлер ауғанмы, төшкәнме тауыш уятты. Утты яҡтыртып ҡараһа, ни күрә: бесәй әлеге ҡәһәр һуҡҡыры сысҡанды тотҡан һәм ашап ултыра. Бабайҙы күргәс, бесәй ауыҙындағын тотошлай йоторға ла маташты. – Тоттоңмо тәки? – тип көлдө бабай. – Ә бит өс көн иҫең китмәгән булып ҡыландың, урамға кире ҡайтаһың килмәне. Тәбиғи инстинкт үҙенекен итә инде ул... Иртән үк Баязит бабай был бесәйҙе кибет ишеге төбөндәге урынына алып барып ултыртып китте. Тик бесәй үҙ урынында ҡалманы, өҙөлгән ҡойроғон күтәреп, ҡайҙалыр мөйөш артына китте. Ул бындай хәлдәргә өйрәнгәйне инде, беренсе тапҡыр ҡына сығарып ырғытмайҙар бит. Шулай ҙа Баязит бабайға бесәй иламһыраған һымаҡ күренде. Үҙенә лә уңайһыҙыраҡ булып китте. “Әллә нимә күрәм инде, – тип тынысландырҙы ул үҙен. – Бесәйҙәр илаймы инде...” Кис урамда буран башланды. Баязит ҡарт, карауатында әле бер ҡабырғаһына, әле икенсе яғына әйләнеп, йоҡлап китә алманы, тәҙрә аша ишетелгән ел ыжғырыуы тынысланырға бирмәй ине уға. Тоҡос ҡойроҡло бесәй башынан сыҡмай. Был ҡоторған буранға нисек түҙә икән бахыр... Ышыҡланыр урыны бармы икән әле... Ныҡ ҡына һыуытты ла, етмәһә... Туңып үлмәһә ярар ине... Йөрәге сәнсеп ҡуя башлағас, бабай торҙо һәм корвалол тамыҙып эсергә булды. Шул саҡта, асыуы килеп, дарыу шешәһен ситкә этеп ҡуйҙы: – Нимә булды әле был, ә? Мин нимә – бер бесәйҙе аҫрай алмайыммы ни? Ул миңә нисек ҡамасаулаһын, хатта хәжәтен үтәргә лә урамға йөрөй бит... Ул бесәйҙең аяғына һырпаланыуын әленән-әле иҫенә төшөрҙө. Ә бабай иһә башынан һыйпарға ла ҡурҡты, шулай эшләһә, урамға ҡыуып сығара алмаҫмын тип уйланы. Баязит бабай иртүк “Кулинария” кибетенә килгәндә урамда яҡтырмағайны ла әле. Бесәй күренмәй. Тәүге һатып алыусылар ҙа кибеткә инеп сыға башланы. Тик бесәй генә үҙ урынына һаман килмәй. Әллә был төндө туңдымы икән... Шулай ҙа, кибет асылыуға сәғәт ярым самаһы уҙғас, ҡайҙандыр мөйөш артынан бесәйҙең таныш һоро күҙәһе пәйҙә булды. Ул бабайҙы алыҫтан уҡ таныған кеүек ине, тик уға килмәне, янынан уға күҙ ҙә һалмайынса үтеп китеп, кибет ишеге янындағы ғәҙәттәге урынына барып ултырҙы. Баязит ҡат уның янына үҙе килде һәм, эргәһендә сүкәйеп, бесәйҙең башынан һыйпаны: – Нимә, тоҡос ҡойроҡ, миңә бөтөнләйгә йәшәргә бараһыңмы? Башҡаса сығарып ташламам, вәғәҙә бирәм. Кисә уйламайыраҡ эшләп ташлағанмын шул... Хәҙер һиңә туңдырылған балыҡ һатып алырбыҙ, һин уны яратаһың бит. Ә сысҡандар... Тағы килеп сығырҙар әле! Ҡыҫҡаһы, хужалыҡта һинең дә кәрәгең тейәсәк. Баязит бабай бесәйҙе өйөнә алып ҡайтып китте. Тик был юлы ул мәхлүкте элекке кеүек муйынынан күтәреп түгел, ә күкрәгенә ҡыҫып тотҡайны.