Алтын миҙалға Башҡортостандың фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперацияһына ярҙам итеү өлкәһендәге компетенциялар үҙәге лайыҡ булды. Юғары дәрәжәле миҙалдар шулай уҡ Башҡортостан фермерҙары Рауил Ғәфүров һәм Булат Фәрхшатовҡа тапшырылды. Уларҙы үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукттары етештереүҙәге ҡаҙаныштары, шулай уҡ уникаль «Агростартап» проектын тормошҡа ашырыуы өсөн билдәләп үттеләр. “Беҙҙең төбәктә ауыл хужалығын үҫтереүгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Өс йыл эсендә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ғына 6,2 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән 3,6 миллиарды федераль бюджеттан килгән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 486 ғаилә субсидия алды, бөтәһе 130 төҙөкләндереү проекты тормошҡа ашырылған, километрҙарға һуҙылған юлдар, газ һәм һыу үткәргестәр һалынған. Беҙ уңышлы эшләгән төп бурыстарҙың береһе – агросәнәғәт комплексына йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү. Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы кадрҙарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса һөҙөмтәле программа э
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы
8 октября 20238 окт 2023
1 мин