Салауат медицина колледжын тамамлаған Татьяна Горбунова - ошо ауыл ҡыҙы, өс ай элек кенә эшкә төшкән. Ауылда йәш фельдшер-акушер яңы тыуған сабыйҙан өлкән быуын вәкилдәренә хәтлем барыһын белә. “Сухаревка һәм Дәүләтҡол ауылында 250 кеше йәшәй, шуларҙың 76 -һы – өлкән йәштәге, 1 йәшлек сабый бар. Ошоға тиклем ФАП бик иҫке, авария хәлендә ине. Яңы бинаның майҙаны йөҙ квадрат метр тирәһе тәшкил итә, бында ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеү өсөн тейешле шарттарҙың барыһы ла булдырылған”, - ти Татьяна Валерьевна менән Ергән ауылы ФАП мөдире Гөлсөм Зөбәйерова. “Миләш” вокаль ансамбле етәксеһе Хәҙисә Низамова яңы медпункт асылыуға шатлығын йәшермәне. “Кеше мәшәҡәтләп, укол эшләтергә, давление үлсәтергә булһа ла ошоға тиклем медпунктта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, Дәүләтҡол ауылында йәшәгән Гөлдәр Әмир ҡыҙы Әминеваның өйөнә йөрөй торғайныҡ”, – ти ул. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән ФАП-ты асыу тантанаһына ике ауыл халҡы, райо