- Башҡортостан эшҡыуарлыҡ өсөн өҫтөнлөклө һәм инфраструктура тәҡдимдәрен булдырыуға айырыуса иғтибар бүлә. Беҙ даими рәүештә эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүҙе ябайлаштырыу һәм оҙайлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыу маҡсатында яңы сервистар эшләйбеҙ, уларҙы тулыландырабыҙ. Беҙҙең инвестиция порталы аңлайышлы, көнүҙәк мәғлүмәт менән тулы. Был ысынлап та практик яҡтан әһәмиәтле. Ул даими рәүештә яңы тәҡдимдәр менән тулыландырыла. Был майҙансыҡта үҫеш корпорацияһы республиканың инвестиция картаһын әҙерләгән. Ул планлаштырылған проект өсөн ер участкаһын һайларға, шулай уҡ виртуаль турҙы айырыуса иғтибар менән башҡарырға мөмкинлек бирә. Инвестпорталды юғары баһалау һәм инвесткарта инициативаһы дөрөҫ йүнәлештә хәрәкәт итеүебеҙҙе аңлата, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Шулай уҡ ул төбәк үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәс