Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Бары яҡшыға өмөт итәм"

“Ирем махсус хәрби операцияға юлланғас, күңелемде төрлө уй-хистәр биләне, әлбиттә. Тәүге көндәрҙә бигерәк тә ауыр ине. Хәҙер инде көн һайын бары яҡшыға өмөт итәм һәм киләһе һәр иртәнең матур яңылыҡтар килтерәсәгенә өмөт-ышаныс менән йәшәйем. Әммә ҡайһы саҡ, тәүге ваҡыттағы кеүек, күңел ныҡ болоҡһой башлай. Бындай ваҡыттарҙа ҡурҡмаҫҡа, төрлө борсоулы уйҙарҙан ҡотолорға тырышып, эш менән булышам. Әле уның өйҙә, яныбыҙҙа, булыуына ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, – ти Ғафури районының Красноусол ауылынан Вәсилә Мөхәмәҙиева. Вәсиләнең ире Фәрит Ҡоҙайғолов былтыр 20 октябрҙә махсус хәрби операцияға мобилизациялау буйынса юлланған. Ул Ғафури районының Юлыҡ ауылында 1968 йылда Заһира Юныс ҡыҙы менән Сәмиғулла Сәйфулла улы Ҡоҙайғоловтарҙың ете балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Фәрит Сәмиғулла улы Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған: инженер-механик һөнәрен алған. Газ хеҙмәтендә уңышлы ғына эшләп йөрөгән һөйөклө ир, өс бала атаһы, инде алтынсы тиҫтәнең уртаһындағы Фәрит Ҡоҙайғолов бөгөн намыҫы ҡушҡанса – Тыуған ил һағында. Был хаҡта ул күп һөйләргә лә ғәҙәтләнмәгән. Тормошта ниндәй генә хәлдәр теркәлмәһен, ныҡлы ғаиләләре, ышаныслы терәк-таяныстары булғандар төрлө яҙмыш һынауҙарын барыбер еңелерәк, бергәләп, кисерә. Был йәһәттән Фәрит Сәмиғулла улы бәхетле. Уның ҡатыны Вәсилә Вәис ҡыҙы – ирҙең ныҡлы таяуы ла, ышанысы-һөйөнөсө лә. Ул йәмле Әй буйҙарында урынлашҡан Мәсетле районының Йонос ауылында Әхизә Әхмәтхан ҡыҙы менән Вәис Сабирйән улы Мөхәмәҙиевтәрҙең татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Дүрт малайҙан һуң беренсе ҡыҙ баланы атай кеше бигерәк тә шатланып көтөп алған. “Алланан һорап алған ҡыҙым минең”,– тип яратып гел әйтер булған балаһына ҡәҙерле атаһы. “Әтейем был яҡты донъянан бик иртә китте, мин I класта ғына уҡый инем әле, – тип иҫкә ала Вәсилә Вәис ҡыҙы. – Ул хеҙмәт юлын инженер-механик булып намыҫлы үтте. Әле лә яҡташтарымдың осрағанда: "Әтейең яҡшы кеше була торғайны", – тип әйтеүе күңелгә йылы бирә”. Ҡәҙерле атайҙары яҡты донъянан китеп барғас, барлыҡ тормош ауырлыҡтары ғәзиз әсәйҙәре иңенә төшә. Ә ул бирешмәй, балаларын уҡытып, кеше итергә тырыша. Вәсилә Мөхәмәҙиева М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Уның ағаһы Раян, Башҡорт дәүләт медицина институтында белем алғандан һуң хирург булып эшләй. Һеңлеһе Гүзәл Мәскәү дәүләт коммерция университетының Өфөләге филиалында – менеджер. Ул ошо һөнәр буйынса юғары белем алған. Тағы Раил менән Радик ағайҙары ла, юғары белем алып, газ тармағында уңышлы хеҙмәт итә. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Вәсилә “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә Рәшит Закир улы Шәкүров етәкселегендә әҙәбиәт, фольклор, тел ғилеме, бүлегендә мөхәррир булып хеҙмәт юлын башлаған. “Ошо осорҙо – яратып башҡарған эшемде, татыу, берҙәм коллективымды оло ихтирам менән иҫкә алам”, – ти хәҙер ҡатын. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Артабан яҙмыш Ғафури районына алып килә Вәсиләне һәм ул, күңеленә ятҡан эшен дауам итеп, "Табын" район гәзитендә оҙаҡ йылдар корректор булып хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта Үҙәк район китапханаһында уҡыу залы китапханасыһы булып ең һыҙғанып эшләй. Ҡайҙа ниндәй бурыстар ҡуйылмаһын, һынатмай, өҫтәүенә ул – уңған әсәй һәм ышаныслы ҡатын. Фәрит Ҡоҙайғолов – хәрби часта офицер. Ул – өлкән лейтенант, зенитсы-артиллерист. Быйыл мартта уға хәрби хәрәкәттәр ветераны исеме лә бирелде. Ошо көндәрҙә, яугир тыуған яғына ҡайтҡан ваҡытта, уның менән осрашып һөйләшеү бәхете тейҙе. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетының I курсын тамамлағас, ике йыл хәрби хеҙмәткә алынып, Магадан өлкәһендә Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәп ҡайтҡан. Вузда уҡыған сағында ла хәрби кафедрала лейтенант булып иҫәптә торған. Балалары ла атаһын хөрмәт итә, һәр саҡ уның имен-һау әйләнеп ҡайтырын түҙемһеҙләнеп көтә. Яугирҙең эш урынында ла ғаиләгә ярҙам итергә әҙерҙәр, хәлдәрен даими белешәләр. Етәкселәре Рөстәм Хажиәхмәт улы Ғөбәйҙуллинға һәм ул етәкләгән коллективҡа ҙур рәхмәтле яугир ғаиләһе. Тағы Вәсиләнең эш буйынса ҡараған мәҙәниәт бүлегенә сикһеҙ рәхмәтлеләр. Фәрит Сәмиғулла улы – хөрмәткә лайыҡ атай. Ҡыҙҙары Айлина быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетының V курсынан һуң, Красноусол район үҙәк дауаханаһында практика үтте. Арыҫлан Төмән өлкәһендәге Юғары команда хәрби-инженерлыҡ училищеһының II курсын уңышлы тамамлаған. Улдар Алмас быйыл Красноусолдағы Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының VIII класына уҡырға бара. Ул атаһына ҡарап үрнәк ала. Егет гимназияла үткәрелгән “Зарница” һәм башҡа уйындарҙа командир булып һайланған. ...Балаларҙың, Вәсилә Вәис ҡыҙының, уларҙың барлыҡ туғандарының, яҡындарының һәм илебеҙҙә йәшәгән һәр кемдең теләге бер – барыһы ла махсус хәрби операциянан имен-һау ҡайтһын, донъялар тиҙерәк тынысланһын. ҺҮРӘТТӘ: Вәсилә менән Фәрит Ҡоҙайғоловтар яугир ялға ҡайтҡан ваҡытта. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.