Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Һин минең өсөн күптән үлгән..."

Ер йөҙөндә нисә кеше - шунса яҙмыш. Тормош булғас, үкенестәр ҙә булмай тормай. Әлеге геройым да холҡоноң йомшаҡлығы арҡаһында ғүмер буйы балаһын күрергә зар булып йәшәй. Шамил - ғаиләлә төпсөк малай. Бала саҡтан апайҙарын тыңлап ҡына үҫте, улар һәр ваҡыт дөрөҫ әйтәләр һымаҡ тойолдо. Ләкин һәр нәмәлә лә сама кәрәк. Апайҙары ҡустыларының тормошона артыҡ ҡыҫылып, уны киреһенсә бәхетһеҙ итте. Армиянан ҡайтҡас, Шамил күрше ауыл ҡыҙы Нурияға үлеп ғашиҡ булды. Уны күреү өсөн кисте көтөп ала алманы. Киләсәген унан башҡа күҙ алдына килтермәне. Ауылдарында медсестра булып эшләгән ҡыҙ ҙа Шамил тип өҙөлөп торҙо. Әсәһе, апайҙары менән таныштырырға алып ҡайтҡанында Шамил бәхеттең етенсе ҡатында ине. Үкенескә, Нурияны матур ҡабул итһәләр ҙә, аҙаҡ етешһеҙлектәрен эҙләй башланылар. Туйҙан һуң йәш ғаилә Шамилдың әсәһе менән бергә йәшәй башланы. Сәлимә һәм Гөлсөм апайҙары айырым донъя көтһә лә, әсәләре эргәһенә килмәгән көндәре булманы. Йәш килендең эшенән, үҙенән әле бер, әле икенсе етешһеҙлек табып ҡына торҙолар. Бәләкәстәре Илнур донъяға килгәс тә тынысланманылар. –Нишләп улай күҙҙәре ҡыҫыҡ. Беҙҙең нәҫелдә юҡ ундайҙар! Кемгә оҡшаған ул, – тип аҫтыртын төрттөрөүҙәренә лә сабыр ғына түҙҙе Нурия. Шамил үҙе лә йомшаҡ булды. Апайҙары йәберләгәндә ҡатынын яҡлап бер һүҙ әйтә алманы. Хатта ҡайһы бер һүҙҙәренең хаҡ булыуына ла ышана башланы. –Беҙҙең Шамил ҡарап торорлоҡ. Төҫө лә, буйы ла бар, эшкә лә шәп. Нурияға эләгеп әрәм булды. Ялҡау, эш рәте белмәгән ҡыҙ алып интегә инде, – үҙ-ара шулай һөйләшкәндәрен ишетеү ҡатынына күңелен һүрелтте. Нурия балаһы тынғыһыҙ булғас, эргәһенән китә алмай. Үҙенә лә төндәр буйы йоҡо эләкмәй ҡайһы саҡ. Өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрҙе саҡ эшләп өлгөрә. Ҡайҙа инде, бәрәңге утау йәки башҡа ҙур мәшәҡәттәр башҡарыу. “Ялҡау килен”гә өйҙә торорға көн ҡалманы. Шулай ҙа бирешмәҫкә тырышты әле ул. Бер көн ҡәйнәһе ҡунаҡҡа киткәс, уның күңелен күрәйем тип, икмәк һалып ҡуйҙы. Балаһын илата-илата эшләһә лә, икмәгенең уңыуына бик һөйөндө. Ләкин ҡәйнәһе киленен маҡтарға ашыҡманы. Икмәкте бер генә тешләп ҡараны. –Теште һындырырлыҡ, таш кеүек бит икмәгең. Быны мал да ашамаҫ, –тине лә һыйырҙарға тигән аш-һыу һауытына өс икмәкте лә быраҡтырҙы. Был хәлде күреп Нурияның йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Ныҡ түҙемле булһаң да, уның да сиге була икән. Нурия әйберҙәрен йыйҙы ла, ете айлыҡ балаһын күтәреп, ауылына ҡайтып китте. Ата-әсәһе быға тиклем дә ҡыҙҙарының тормошон белгәнгә бер һүҙ ҙә әйтмәне. Иң үҙәкте өҙгәне – иренең ҡайт тип килеп тә әйләнмәүе. Шулай итеп ике йыл да йәшәмәнеләр, айырылышып ҡуйҙылар. –Ярай, ҡайтып китһә, үҙеңә тиңде табырбыҙ, кәләшһеҙ ултырып ҡалмаҫһың, –тип йыуатты Нурияның ҡайтып китеүенә һөйөнгән апайҙар. Һағынманы түгел, һағынды Шамил. Ҡатынын да, бәләкәс улын да. Бары тик апайҙарының, әсәһенең һүҙенән сыға алманы. Тиҙҙән үҙҙәренә оҡшаған киленде таптылар. Район үҙәгендә йәшәгән дуҫтарының ҡыҙы ине ул. Йәш балаһы менән яңғыҙ ҡалған ҡатындың ире аварияға эләгеп һәләк булған. Гөлсинәнең ҡайғынан да ныҡлап айнып бөтмәгән сағы ине. Шамилда ул таяныс, терәк тойғандыр. Бер-береһенә эҫенеп киттеләр. Яҡындары ла өйләнешеүҙәрен ҡабаландырҙы. Шулай итеп Шамил район үҙәгенә күсеп китте. Ләкин уртаҡ балалары ғына булманы. Гөлсинәнең улы Шамилдыҡынан бер йәшкә кенә ҙур ине. Ҡаҡманы-һуҡманы, Рөстәмде ҡәҙерләп үҫтерҙеләр. Ләкин уға ҡараһа үҙенең улы иҫенә төшөп, йөрәге һыҡраны Шамилдың. Ә яҙмыш уларҙы көтмәгәндә осраштырҙы. Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ. Мәктәпте тамамлап Өфөлә юғары уҡыу йортона ингән улдары, бер көндө кисләтеп дуҫы менән килеп инде. –Атай, әсәй аптырамағыҙ. Был минең дуҫым – Илнур. Бер төркөмдә уҡыйбыҙ. Ауылына киске автобусҡа һуңлағас, үҙебеҙгә алып ҡайттым. Иртәнге автобусҡа сығыр, – тине Рөстәм. Танышҡанда ауылын, ата-әсәһен һорашыу - ғәҙәти күренеш. Шамил да ҡыҙыҡһынмай булдыра алманы. Яуапты ишеткәс, телһеҙ ҡалды. Нурияның улы... Фамилияһы ла шул... Ауылы ла... Тимәк, Илнур – уның улы... Үҙенең йәш сағын күргән һымаҡ булды Шамил Илнурҙа. Нурияның да һыҙаттары бар һымаҡ. Нисәмә йылдар барып хәлен белешергә йөрьәт итмәгәйне. Бына бит улы үҙе килеп инде... Һауа етмәгәс, Шамил тышҡа саф һауаға сығырға ашыҡты. Егеттәр ҙә артынан ҡалманы. –Балалар, һеҙгә әйтер һүҙем бар. Сабыр итеп тыңлағыҙ әле. Илнур, һин бит минең улым. Әсәйең менән айырылышҡас, бер ҙә күрешергә тура килмәне. Ләкин иҫкә төшөрмәгән көнөм булманы. Эргәңә барырға ғына көсөм етмәне. Апайҙарымдың һүҙенә ҡаршы тора алманым шул. Ғәфү итерһеңме, улым? – тип Шамил Илнурға ҡараны. Был хәбәрҙе ишеткән Илнурҙың йөҙө ағарып китте. Күңеле ҡатҡан егет тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәне. –Юҡ, ғәфү итә алмайым. Теләгең булһа, килер инең. Йомшаҡ ихтыярлы, үҙ фекере булмаған, яҡындарын яҡлап һүҙ әйтә алмаған атайҙың булғанынан булмауы яҡшы. Тормош миңә быны йәштән ныҡ төшөндөрҙө – мин үҙемдең ғаиләмдең ысын ҡалҡаны буласаҡмын. Ә һин минең өсөн күптән үлгән, – тине лә өҫкө кейемдәрен алды ла тышҡа сығып йүгерҙе. Рөстәм генә был хәлде аңлап бөтмәй аптырап баҫып ҡалды. Сабыйын күрмәгәнгә ғүмер буйы һыҡраған йөрәге был юлы һынатты Шамилдың. Таң менән яҡты донъянан китеп барҙы... Автор фотоһы.