Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

65 ҙур шыршы ултыртылды

6 октярбрҙә Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булды. Унда Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән берлектә райондың урман участкаларын ҡуртымға алыусылар менән осрашыу үткәрелде. Кәңәшмә барышында урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәрҙе башҡарыу мәсьәләләре тикшерелде, урмандарҙы янғындан һаҡлау һәм 2024 йылдың янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек буйынса иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бирелде. Көҙгө болотло һауа торошона ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы сиктәрендә, Ҡаҙмаш урмансылығы биләмәһендә, Айғырбатҡан утарынан алыҫ түгел 65 ҙур шыршы ултыртып, иҫтәлекле аллеяға нигеҙ һалынды. Фото: https://t.me/marat_sharafutdinov/292.