Ошо көндәрҙә “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы белгестәре, Башҡортостандың Айырым һаҡланған биләмәләр буйынса дирекция хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Эльза Ғәббәсова етәкселегендә “Башҡортостандың тәбиғәт парктарында ҡоштарҙы күҙәтеү” проекты сиктәрендә ҡоштарҙы һананылар. Әлеге сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проектының (национальный проект "Экология") сиктәрендә үткәрелә. - Мораҙым тарлауығы – ҡоштар, башҡа йәнлектәр өсөн уңайлы урын. Бында уларҙы һаҡлау һәм яҡлау өсөн барлыҡ саралар күрелә. Әле 40-тан ашыу төр ҡош һананыҡ, һәр төрөндә 300-гә яҡын ҡош бар. Ҡарабаш турғай төркөмөнә ҡарағандар күп. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ингән ыласын менән бөркөттө осратыуыбыҙ айырыуса ҡыуандырҙы. Был эш ҡар ятҡансы һәр бер тәбиғәт паркында тормошҡа ашырыласаҡ, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Айырым һаҡланған биләмәләр буйынса дирекция хеҙмәткәрҙәре Гөлшат Мөхәмәтдинова. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Эльза Ғәббәсова.