Найти в Дзене

Дмитриевка – Кушнаренко юлын ремонтлау дауам итә

Башҡортостанда Дмитриевка – Кушнаренко юлын ремонтлау дауам итә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) ярашлы башҡарыла. Әлеге көндә эш Яңы Ғүмәр ауылынан алып Иҫке Туҡмаҡлыға саҡлы булған 3,1 километр оҙонлоҡтағы юлда алып барыла. Республкианың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, подряд ойошмаһы юлдың туҙған урындарын яңыртҡан, тигеҙләгән, әле япманың өҫкө өлөшө түшәлә. Артабан юлға һыҙаттар һалынасаҡ, юлдың сите нығытыласаҡ. Эште октябрь аҙағына тамамаларға планлаштырылар. Ошо проектҡа ярашлы, быйыл Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 200 километрлыҡ юл ремонтланасаҡ. Фото: “Башинформ”.