Асҡар үҙәк район дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, яңы компьютер томографы алынды. Санитар-эпидемиологик һығымта алынғандан һуң тәүге пациенттар сифатлы диагностика үтәсәк. Компьютер томографияһы – иртә стадияла патологик үҙгәрештәрҙе асыҡларға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы башларға мөмкинлек биреүсе диагностика ысулы. Яңы ҡорамалдағы һүрәттәр юғары сифатлы һәм тикшеренеү пациенттар өсөн хәүефһеҙ. Томограф файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ҡырҡ меңгә яҡын кеше йәшәү урынына яҡын ерҙә тикшеренеү үтә аласаҡ. Яңы аппаратта юғары квалификациялы белгес – табип-рентгенолог Тимур Мусин эшләйәсәк. –Юғары технологиялы диагностика ҡорамалы Әбйәлил халҡына сифатлы медицина тикшереүе үтергә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Тимур Мусин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош си