Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гөрләп үҫһен каштандар...

Талбазы үҙәк район дауаханаһы паркында “Табиптар династиялары аллеяһы” барлыҡҡа килде. Төрлө йылдарҙа ауырғазыларҙың һаулығы һағында торған табиптар династиялары вәкилдәре дауаханаға йыйылып, йылы осрашыу үткәрҙе, хәтирәләрҙе иҫкә алды. Уларҙың юғары профессионализмы, фиҙакәрлек өлгөһө - йәш быуын өсөн лайыҡлы миҫал. Районда табиптарҙың 15 династияһы бар, уларҙың исем-шәрифе һәр кемгә яҡшы таныш: Семеновтар, Алексеевтар, Батыровтар, Шәриповтар, Латиповтар, Хәсәновтар, Федоровтар, Петровтар, Мәхмүтовтар, Иҫәнғоловтар, Ғәбиҙуллиндар, Сәйетовтар, Сафиндар, Тарасовтар, Моратовтар... Уларҙың күбеһе каштандар аллеяһына нигеҙ һалырға килгән. Изге эште алтын ҡуллы, алыштырғыһыҙ хирург, танылған табип Евстафий Семеновтың балалары башлап сыҡты, тип хәбәр итә “Аургазинский вестник”. Үҫентеләрҙе уның улы хирург Евгений Семенов үҫтергән. Өлкән быуын һәм йәш белгестәр, көрәктәр менән ҡоралланып, ағастар ултыртырға сыҡты. Һәр каштан эргәһенә табиптарҙың исем-фамилиялары яҙылған табличкалар ҡуйылды. Сарала табиптарҙың ғаилә ағзалары хеҙмәт йылдарындағы хәтирәләр, иҫтәлектәр менән уртаҡлашты. Һәр сығыш артында – ғәжәп яҙмыштар тарихы... Фото: "Аургазинский вестник".